Йәшәү сығанағы, тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!

Йәшәү сығанағы, тормош ҡото: әсә, ҡатын-ҡыҙ!

Район мәҙәниәт йортонда Әсә көнөнә арналған байрам концерты уҙҙы. Залда ултырыусы әсәләрҙе Салауат районы х а к и м и ә т е башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Ғилметдинов, район Советы с е к р е т а р ы Андрей Сергеев, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Светлана Кузнецова, ЗАГС бүлеге начальнигы Анастасия Сергеева ҡотлап, иң изге теләктәрен еткерҙе. Айрат Ғилметдинов бар әсәләргә, ҡатын-ҡыҙҙарға ғаилә усағын һаҡлауҙары, изгелектәре, йомартлыҡтары өсөн рәхмәтен белдерҙе. Шулай уҡ ул ҙур рәхмәтен ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәләүсе әсәләргә лә еткерҙе. Лаҡлы ауылынан Юрий Сабир улы һәм Рәйлә Кимал ҡыҙы Ғилметдиновтарға был көндө икеләтә байрам булды. Әсә көнөндә улар бергә ғүмер итеүҙәренең 39 йыллығын билдәләне. Байрамда тантаналы рәүештә уларға “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ” миҙалы тапшырылды. Улар ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарары менән Ахун ауылынан күп бала әсә Финә Ҡазиханова “Әсә даны” миҙалы менән бүләкләнде. Район мәҙәниәт йорто артистарының концерты тамашасылар күңеленә хуш килде.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей