Йәштәрҙән ҡалышмай

Яңы Мораптал ауылында йəшəүсе Фатима Ғилəж ҡыҙы Ғисмəтуллина оло юбилейын — 90 йəшен билдəлəне. Ошо уңайҙан Мораптал ауыл советы хакимиəтенең эштəр идарасыһы Рəғиҙə Нафиҡова менəн уны йортона барып ҡотлап, илебеҙ Президенты Владимир Путин, район хакимиəте башлығы Əхəт Ҡотлоəхмəтов, ауыл советы хакимиəте башлығы Аскар Кинжалеев исеменəн ҡотлау сəлəмдəре һəм бүлəктəр еткерҙек.

Фатима Ғилəж ҡыҙы — хеҙмəт ветераны. Ул 7 генə класс белем алғанданһуң тыуған колхозында эш башлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы һəм башҡа эштəрҙə эшлəп, намыҫлы хеҙмəте өсөн бик күп наградаларға эйə була. Фатима Ғисмəтуллинаның фотоһүрəте Почет таҡтаһынан төшмəй. Тормош иптəше Мəжит бабай менəн бергə матур ғаилəлəрендə 4 балаға ғүмер бирəлəр. Əлеге көндə Фатима инəй 10 ейəн-ейəнсəре, 12 бүлə-бүлəсəренең һөйөү-хөрмəтен тойоп йəшəй. Ул əле лə йəштəрҙəн ҡалышмай, бер үҙе гөрлəтеп донъя көтə. Балалары ла уны үҙҙəренең иғтибарынан өҙмəй һəр саҡ уның янына атлығып килеп, ярҙам итеп кенə тора.

 

Эльвира КИНЙƏҒОЛОВА,

ҡатын-ҡыҙҙар советы рəйесе

Яңы Мораптал ауылы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей