Йәштәр менән улар эшләй

Йәштәр менән улар эшләй 
Салауат районының һигеҙ ауыл хакими әтендә йәштәр эштәре буйынса белгес штаты булдырылған. Улар ауыл йәштәре, йәш ғаиләләр менән эшләй. 
Яңыраҡ иң әүҙем хеҙмәт кәрҙәрҙең эше Почет грамо талары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Мөрсәлим ауыл советының йәш тәр эштәре буйынса белгесе Алия Нәғимулла ҡыҙы Сиражева Башҡортостанда дәүләт йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙа өлөш индергән өсөн БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. 
Өс белгес коронавирус инфекцияһы таралыу осоронда республикала ирекмәндәр хәрәкәтенә индергән өлөшө һәм “Конституция ирекмәндәре” йәмәғәт корпусы эшенә шәхси тырышлыҡ һалған өсөн Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Атап әйткәндә, БР Ирекмәндәрҙе үҫтереү ресурс үҙәге наградаһы Лилиә Нәҡи ҡыҙы Хәбибуллина (Лаҡлы), Рита Әнүәр ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Малаяҙ ауыл советы) һәм Лариса Радик ҡыҙы Хәйруллинаға (Нәсибаш) тапшырылды. 
Ауыл хакимиәттәренең йәштәр эштәре буйынса белгестәренә пандемия осоронда ҙур көс төшә. Сөнки хеҙмәткәрҙәргә өлкән йәштәге һәм аҙ тәьмин ителгән граждандарға ярҙам күрһәтеүҙә урындағы ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороу бурысы ла ҡуйылған. Был йәһәттән улар һынатмай. 
Айҙар НОҒАМАНОВ.
 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей