Йәштәр ауыл тотҡаһы «Сит ерҙә олтан булғансы, тыуған ереңдә солтан булл», - тиҙәр Ниғәмәтовтар

Миләүшә менән Мират Ниғәмәтовтар – йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшҡыуарлыҡҡа тотонған уңған ғаиләләрҙең береһе.
Первомайск ауылы егете Мират Рәшид улы бала саҡтан мал йәнле булып үҫә. Мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ ҡалаһының һөнәрселек училищеһында белем ала. Ошо уҡ уҡыу йортонда уҡыған Баймаҡ районының Єбделкәрим ауылы һылыуы Миләүшә менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ғаилә башлығы кәләшен әсәһендә ҡалдырып, ҡырҙа эшләй. Бер ни тиклем Себер тарафтарында йөрөгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайтып төпләнергә ҡарар итә һәм йәштәр ауылда ҡала. Тормоштарын йәмләп, ике улдары - Данил һәм Динислам донъяға килә. Бәләкәстәренә һигеҙ ай ғына әле.
- Сит ерҙә, ғаиләнән алыҫта йөрөгәнсе тип, ауылда малсылыҡ менән шөғөлләнергә булдыҡ. Ниәт иткән эшебеҙҙе башлар өсөн дәүләт ярҙамы алырға ла өлгәштек. Үҙебеҙҙең ике баш мал бар ине, субсидия алғас, һыйыр малын ишәйттек. Бөгөн хужалыҡта 10 баш һыйыр, башмаҡ, быҙауҙары менән 20-нән ашыу иҫәпләнә, - ти йүнсел Ниғәмәтовтар.
Тырыш йәштәр һәүкәштәр өсөн махсус кәртә-ҡураһын да эшләп ҡуя. Киләсәктә мал ишәйтеүгә элекке складты һатып алалар. Хужалыҡ етәксеһе Мират мал аҙығын әҙерләүҙе ағайҙары, дуҫы, олатаһы ярҙамы менән атҡарып сыға. Техникаға ла ҡытлыҡ кисермәй ул, бынамын тигән ике тракторы бар. 100 гектар бесәнлекте «күмәкләгән яу ҡайтарған» тип, ҡыш бауырына етәрлек итеп әҙерләп тә ҡуя улар.
- Ауылда рәхәт. Үҙеңдең ишек алдың, үҙ донъяң, саф һауа. Аҡса артынан әллә ҡайҙарҙа йөрөгәнсе, тыуған ереңдә ең һыҙғанып эшләйең. Ә ҡала ла йәшәүҙең ҡыҙығын күрмәйбеҙ. Теләгең булһа, ауылда ҡаланыҡынан да яҡшыраҡ итеп йәшәргә була. Љәйнәм менән бергә торабыҙ, өй мәшәҡәттәрен, хужалыҡ эштәрен бергәләп атҡарып сығабыҙ, - тип һөйләне йәш хужабикә Миләүшә. Эйе, хаҡ һүҙҙәр, бер ҙә килешмәй булмай. Малсылыҡҡа тотонаһыңмы, йә булмаһа үҫемселек, баҡсасылыҡ, игенселек булһынмы, Миләүшә әйтмешләй, теләк кенә булһын. Є йүнселдәргә дәүләт ярҙамын һуҙа.
- Киләсәктә бер урында тапанып ҡалмаҫҡа, мал һанын арттырырға иҫәп. Һөттө Йылайыр совхозына йәки Матрайға тапшырасаҡбыҙ. Ауыл кешеһе өсөн мал аҫрау отошло. Беренсенән, ит һәм һөт һатып, ғаилә бюджетына аҡса килә, икенсенән, улдарыбыҙ экологик яҡтан таҙа һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ эсеп үҫә, - тип уй-маҡсаттары менән дә бүлеште уңған Ниғәмәтовтар.
Бына шундай заман менән йәнәш атлаған, ауылда эш юҡ тип, бәхетен ситтән эҙләмәгән, үҙ ерендә төпләнеп, матур ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләп, крәҫтиән-фермер хужалығын үҫтереүгә ҡыйыу тотонған Миләүшә менән Мират Ниғәмәтовтар ғаиләһе күп йәштәргә өлгө булып тора. Телевизорҙан: «Хорошо иметь домик в деревне» тип рекламалайҙар. Є һөт продукцияһы өҫтәлгә ултырғансы күпме эшләргә, тырышырға икәнлеген ауыл кешеһе генә белә. Мират менән Миләүшә өсөн дә эш көнө иртә менән башлана. Бөтә мал-тыуарҙы ашатып-эсереп, һарайҙы таҙартырға кәрәк. Улар өсөн байрам да, ял да юҡ. Єммә Ниғәмәтовтар бирешмәй, башлаған эштәренең һөҙөмтәһен күреү өсөн тырышып эшләйҙәр. Йәштәргә артабан да алдарына ҡуйған маҡсаттарының тормошҡа ашыуын, эштәренең уң булыуын теләйһе генә ҡала. Тыуған ауылдарҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге ошондай сәмсел йәштәр ҡулында.
Луиза Юлмөхәмәтова, Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей