Йәш механизатор заманса техниканы яҡшы белә

Һуңғы йылдарҙа йәштәр йышыраҡ ауыл хужалығы тармағын һайлай. Юламан Нөғәмәнов мәктәпте тамамлағас, Магнитогорск ҡалаһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала һәм «Магнитострой» тресында бер аҙ эшләгәндән һуң, әрмегә китә. Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтыу менән ҡаланың «Водоканал» ойошмаһына тракторсы булып урынлаша. Тракторсы танытмаһын ул Дәүләт мәктәбендә уҡыған ваҡытта уҡ алған була.
Был ойошмала бер аҙ эшләгәс, ауылға ҡайтырға ҡарар итә. Шулай итеп Селивановка егете «Әбйәлил сорт участкаһы» йәмғиәтендә механизатор булып эшләй.
— Хужалыҡта заманса маркалы төрлө техника күп. Шуға ла Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында башҡа төр категорияларға уҡыным, — тип һөйләй Юламан. — Бөгөн инде ниндәй техникаға ҡушалар, шунда эшләй алам.
Баҫыуҙарҙы химик эшкәртеү башланһа, мәҫәлән, механизаторҙы «Туман» һиптергесе руле артында күрергә була, минераль ашлама индергәндә «Беларус»та йөрөй, ураҡ етһә, комбайнға ултыра. Бер һүҙ менән әйткәндә, хужалыҡта кәрәкле кеше ул Юламан Нөғәмәнов.
Быйылғы ураҡ осоронда йәш комбайнер үҙенең «Акрос» комбайнында ашлыҡты урып-һуғыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәште һәм райондың алдынғы комбайнерҙары исемлегендә билдәләнде. Уның хеҙмәте район кимәләндә баһаланды — юғары етештереүсәнлек күрһәткестәре һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәтсәндәре көнөндә Ю. Ә. Нөғәмәнов район хакимиәтенең рәхмәт хатына һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ булды.

Автор:Рамиля Истанбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей