Йәш фермерҙар һәм кооперативтарға ярҙам (Иглин районы)

Иглин районында ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә иғтибар арта. Күптән түгел район хужалыҡтарының береһе "Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү" республика программаһы сиктәрендә 7 миллион һум аҡса алған. Дәүләт бүлгән аҡса һыйыр малдары аҫыралған биналарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Ике йыл элек районда мал һуйыу цехы төҙөлгән.

Төбәктең сыр етештереү предприятиеһы менән ҡошсолоҡ кооперативы ла программа буйынса 3 миллион һумлыҡ суммаға иҫәп тота. Әлеге ваҡытта районда эш башлап тороусы 9 фермер хужалығы һәм ике ауыл хужалығы кооперативы иҫәпләнә.

Наталья Тонку, "Тыуған ауыл" ауыл хужалығы кооперативы рәйесе: У”ҙған йыл башында районға республиканың ауыл хужалығын консультациялау үҙәге белгестәре килгәйне. Улар ауыл ерендә кооперативтар ойоштороу мәсьәләһен күтәрҙе. Был башланғыс киләсәк өсөн өмөтлө тойолдо. Район буйынса 25 кеше ойошҡан рәүештә ҡош итен эшкәртеү менән шөғөлләнергә ниәтләйбеҙ. Кооперативтарҙың киләсге бар тип уйлайым”.

https://bash.news/news/83295_jsh_fermerar_m_kooperativtara_yaram?lang=bash

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей