Йәш белгес – малдар именлеге һағында

Районда бөтә ғүмер­ҙәрен ветеринария эшенә арнаған мал табиптарына алмашҡа йәш белгестәрҙең килеүе һәм ең һыҙғанып был ауыр ҙа, яуаплы ла эште башҡарыуҙары һөйө­нөслө. Ҡырмыҫҡалы ауы­лы егете Алик Мөхәмәт­йәров та ошо һөнәргә эйә булып, ихлас күңел менән тырышып эшләй. Нисек мал табибы булып киткәне тура­һында һорашҡас:
- Бәләкәйҙән мал күреп үҫмәнем. Был һөнәрҙе һай­лауым осраҡлы килеп сыҡ­ты, тиһәм дә була. Район үҙәгендәге 2-се һанлы мәк­тәпте тамамлағандан һуң, олатайым өлгөһөндә бух­гал­тер булғым килде. Шуға ла Ҡырмыҫҡалы һөнәр­селек училищеһына уҡырға ин­дем. Ҡулыма диплом алы­уын-алдым, тик иҫәп эше күңелемә ятмағанын аңла­ным. Шунан Стәрлетамаҡ ауыл хужа­лығы тех­ни­кумында вете­ринария фельд­­шерлығына уҡы­ным, - тип һөйләне.
Артабан дипломлы бел­гес тыуған районға ҡайтып, вете­ринария станцияһына эшкә урынлаша. Тәүҙә с­а­нитар, артабан тәжрибә туплағас, ветфельдшер итеп тәғәйенләнә. Башта Әлимғафаров, һуңынан Ғә­линур Ҡунаҡаев етәк­селегендә эшләй. Йәш белгес бөгөн дә йүнәлеш биргән, уға ышанған, эшкә өйрәткән остаз­дарына рәх­мәтле. Уларҙың биргән кәңәштәрен һәр ва­ҡыт иҫтә тота. Бында эшләгән осорҙа белемен камил­лаштырыу өсөн ситтән то­роп Башҡорт дәүләт аграр университетының ветери­нария бүлегенә уҡырға инә.
Йәш белгестең тырышлы­ғын, намыҫлы эшләүен етәк­селек күреп, артабан уны “На­деж­да” йәмғиәтенә баш вете­ринария табибы итеп күсерәләр. Бер нисә йылдан һуң ҡыҫ­ҡартылыуҙар башланып киткәс, “Алатау” хужалығында хеҙмәт итә башлай.
- Шулай, “йылы урын”да эшләй торған бухгалтер һөнәрен үҙ теләгем менән ауыр ҙа, яуаплы ла һәм хәүефле лә хеҙмәткә ал­маш­тырҙым. Әммә үҙ эшемде яратам. Шуға ла ошо юлдан киткәнемә һис тә үкенмәйем. Хәҙер инде яңы технологиялар ҡулланып хеҙмәт итеүе мауыҡ­тырғыс та, - ти Алик Салауат улы.
Тырыш, намыҫлы егет вазифаһын теүәл үтәй. Уларҙы һанап бөтөрөрлөк тә түгел. Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакцинация схемаһын төҙөп, прививкалар яһай, малдарҙың сәләмәтлеген даими тикшереп тора. Яңы, заманса технология буйынса һыйырҙарҙың быуаҙ­лығын тикшереү өсөн ультро­тауыш тикшереүе үткәрә. Был диагностика һәр һыйырға өс тапҡыр яһала. Ғөмүмән, вете­ринарҙың эш графигы юҡ, тиһәң дә була, сөнки малдар тәүлектең төрлө ваҡытында ауырып киттеме, йә һыйырҙар быҙаулай алмаһа, мал табибын саҡыралар.
Хәҙер Алик Мөхәмәтйәров тормошон малсылыҡтан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай. Киләсәктә лә белгес ауыл хужалығында файҙа килтереп, районыбыҙ мәнфәғәтенә оҙон-оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен.
Фәниә Сәлимгәрәева.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей