«Йорт һалырға ер бирегеҙ!»

Әхмәрҙә район хакимиәте етәкселеге менән осрашыуҙа күтәрелгән төп талап булды был.

Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов Әхмәр ауылы халҡы менән осрашты. 

Йыйылышҡа килгән кешеләрҙең  район  башлығы  менән  уртаҡлашыр уй-фекерҙәре лә, биреләһе һорауҙары ла, әйтер һүҙҙәре лә күп йыйылғайны. Ике сәғәттән ашыуыраҡ дауам иткән һөйләшеүҙә бик күп проблемалар өҫкә ҡалҡып сыҡты, уларҙы сисеү юлдары ҡаралды, ҡайһылары киләсәктә хәл ителер өсөн айырым контролгә алынды. 

Әхмәр - районда ҙур ауылдарҙың береһе. Унда барлығы 455 йорт бар һәм 1000-дән ашыу кеше йәшәй. Күптәр эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, пилорама, магазин тота. Ауылды йәмләп әллә ҡайҙан мәсет күренеп тора. Мәсет бар ерҙә иман да бар бит. Ауыл һуңғы бер нисә йылда яңы һулыш алған: кешеләр бер-береһенә ҡарап, сәмләнеп донъя көтә. Төҙөк йортихатаға ҡарап башҡа хужалар ҙа үҙенекен матурларға тырыша. 2005 йылда капиталь ремонт үткәрелгән урта мәктәптә 100-гә яҡын бала белем ала, уларға үҙ эшен яратҡан 14 уҡытыусы белем бирә. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһына 45 бала йөрөй. Әхмәр урта мәктәбе директоры Дәрүиш Хәйбуллин менән әңгәмәләшәм. 

- Әлбиттә, проблемалар етерлек, әммә уларҙы үҙебеҙ хәл итергә тырышабыҙ. Мәктәптә электр селтәрен тулыһынса алмаштырырға кәрәк. Ә бына балалар баҡсаһында һыу ҡаҙандары иҫкергән, уларҙы яңыртыу күҙ уңында тотола. Мәктәпте уратып алған ҡойманы алмаштырһаҡ, бик һәйбәт булыр ине, - тип һәүетемсә генә һөйләп алып китте ул. Ғәҙәттә, килеп тыуған проблемаларҙың хәл ителеү-ителмәүенә юғарыла ултырған хужаларҙы ғәйепләргә күнеккәнбеҙ. Ә бына Дәрүиш Йыһангир улы ҙур уйхыялдар менән янып йәшәй, ҡул ҡаушарып, әллә ҡайҙан ярҙам да көтөп ултырмай, үҙ көсөнә, мәктәп коллективына, ауылдаштары ярҙамына ышана. Уның һымаҡ кешеләр күберәк булһын ине, тип уйлап ҡуяһың. 

Уртаҡ йортоноң - тыуған төйәгенең балҡып тороуын кем теләмәһен инде? Изге күңелле, эшһөйәр, ауылын яратҡан кешеләр күп Әхмәрҙә. Шундайҙарҙың береһе - Фәйрүзә Ғәлиуллина, бар ғүмерен малсылыҡ менән бәйләгән, 35 йыл мал табибы булып эшләгән. 

- Ауылда тырыш халыҡ йәшәй, - ти ул. - Өлгөлө ғаиләләр, өлгөлө урамдар күп беҙҙә. Күптәр күпләп мал аҫырай. Йәштәр йорттар һалып инә. Тик бына ауылда һуңғы арала эскелек көсәйҙе. Шуға йөрәгем әрней. Эскелек арҡаһында ғаиләләр тарҡала, йәштәр үлә. Ауыл урамдары буйлап 40, 50 йәшлек ир-аттарҙың иҫерек килеш йөрөүе, магазин алдарында үткәнһүткән кешенән аҡса һорап тороуҙары үтә лә аяныслы. Мин үҙем ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ауыл Советы хеҙмәткәрҙәре менән эскән кешеләрҙең өйҙәренә барып, аңлатыу эштәре алып барабыҙ, уларҙы тәүбәгә килтерергә тырышабыҙ. Бына тигән егеттәребеҙ бар беҙҙең. ”Башҡорт” ойошмаһы ағзаһы Юлай Аралбаев - ауылда эскелеккә ҡаршы көрәшеүселәрҙең иң әүҙеме. Ундай йәштәр барҙа, ауылымдың киләсәге лә яҡты, матур булыр, - тигән ышаныс белдерҙе Фәйрүзә Рәхмәтулла ҡыҙы. 

Әхмәр халҡы район башлығына йәштәрҙең йорт һалыу өсөн алған ер участкаларын юллауҙа килеп тыуған ҡатмарлыҡтар хаҡында хәбәр итте. Ни эшләптер, тыуған яҡтарында төпләнергә уйлап та, бер нисә йыл ауыл Советы тупһаһын тапап, ыңғай яуап ала алмағандарҙың күбеһе хәҙер был мәсьәләгә ҡул һелтәп ҡуйған. Йыйылышта ла ауыл Советы биләмәһе башлығы Гөлнара Кәримова был һорауға аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Ауылда юлдарҙы, күперҙе ремонтлау, һыу торбаларын төҙөкләндереү, көтөүлектәрҙе киңәйтеү кеүек проблемалар район хакимиәте, ауыл Советы ярҙамы менән хәл ителеренә халыҡтың ышанысы ҙур. Алдарында сүпсар үҫеп, ауылдың йәмен, ҡотон алып ултырған буш, шыҡһыҙ йорттарға ла йәм инер. Яңы урамдар төҙөлөр. Урам буйлап эсеп йөрөгән кешеләр ҙә аҡылға ултырыр. Әхмәр ауылы халҡы көслө, рухлы ул. Бына шундай уйҙар менән ҡайттым мин район етәкселегенең халыҡ менән үткәргән йыйылышынан. 

 

Хәнә МӘҠСҮТОВА

 

Фото: автор.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей