Йолаларҙы тергеҙеп

Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип йөрөткәндәр. Наурыз мосолман халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул – яҙғыһын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә. Наурыз һүҙе яңы йыл тигәнде аңлата. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә.Наурыз- ул игелек, дуҫлыҡ байрамы. Был көндә бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыу­лыҡта ҡаршылау зарур. 
Наурыз йылға баш булыр, 
Бойҙай ашҡа баш булыр. 
Бойҙай уңһа аш булыр. 
Уңмаһа таш аш булыр. 
Йылдың башы уң булһын, 
Ризыҡтары мул булһын, 
Игендәр шашып уңһын! 
Ҡаҙандар ташып торһон! 
Бир көндәрҙең һилен, 
Илдәр булһын имен! 
Бөгөн Өмбәт ауыл мәҙәниәт йорто алдында Өмбәт ауылының "Хазина" ағинәйҙәр ойошмаһы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауылда беренсе тапҡыр Наурыз байрамы үткәрҙе. Байрамға ауылдың өлкәндәре,башланғыс мәктәп уҡыусылары, мәктәпкәсә йәштәге балалар йыйылды. Тәүге тапҡыр үткәрелһә лә байрам бик ойошҡан рәүештә үтте. Иң элек " Хазина" ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Миңсылыу Сәғит ҡыҙы Наурыз байрамы тураһында белешмә бирҙе. Унан һуң ағинәйҙәр төрлө уйындар үткәрҙе, уйнаусыларға бүләктәр таратты.Байрам аҙағында тәмле сәй табыны ойошторолдо. Был байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей