Йәнырыҫ – ҙур, матур ауыл

Район хакимиәте башлығы Азамат Абдрахманов менән осрашыу Йәнырыҫ ауылында ла үтте. Йыйылышта ул күптән был ауылға килергә ниәтләүен белдереп, халыҡты борсоған һорауҙар менән ҡыҙыҡһынды. 

Йәнырыҫ – ҙур, матур ауыл. Ыңғай күренештәре менән бер рәттән, етешһеҙлектәре лә юҡ түгел. Тормош булғас, әле бер, әле икенсе һорау килеп сығып ҡына тора. Мөнирә апай Яппарова үткән йыл көҙөн ауылда заманса фельдшеракушерлыҡ пункты төҙөлөүенә, уның халыҡ өсөн бик тә уңайлы булыуына ҙур һөйөнөсөн белдерҙе, бигерәк тә ололар өсөн кәрәкле булыуын әйтте. Әлбиттә, бындай күркәм фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөгәндәре өсөн йәнырыҫтар Илфат менән Илшат Ниғмәтуллиндарға сикһеҙ рәхмәтле. Халыҡ уларҙың изгелеген онотмай. 

Шул уҡ ваҡытта Мөнирә апай ауылдағы етешһеҙлектәрҙе лә ситләтеп үтмәне. Һуңғы осорҙа юлдарҙы ремонтлау буйынса ҙур эш башҡарылыуын әйтеп, Пролетар һәм Мәктәп урамдары араһындағы тыҡрыҡта һыу үткәргәндән тороп ҡалған соҡорҙо күмеп ҡуйыу кәрәклеген иҫкәртте. Ауыл музейы булдырыласағын хәбәр итеп, унда боронғо әйберҙәр туплауҙа ауылдаштарының да ярҙам итеүҙәрен һораны. 

Йыйылышта Йәнырыҫ ауылы мәҙәниәт йортон ремонтлау мәсьәләһе лә күтәрелде. Бигерәк тә унда электр үткәргестәр хәүеф тыуҙыра. Шуға ла иң элек электрға ҡағылышлы проблеманы хәл итеү бурысы ҡуйылды. Балалар баҡсаһына ремонт талап ителеүе тураһында ла һүҙ барҙы. Уның буйынса йәнә бер йыйылышыу кәрәклеген билдәләне район етәксеһе. 

Ололар тарафынан матур-матур тәҡдимдәр ҙә яңғыраны – Еңеү байрамы алдынан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар, ҡайтып мәрхүм булғандар иҫтәлегенә аллея эшләйек, ағас ултыртайыҡ, тигән теләктәр әйтелде. Халыҡтың был изге ниәтен тормошҡа ашырыу йүнәлешендә күптән эш башланған. Мәҙәниәт йорто эргәһендә һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар һәм тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә әлеге көндә мемориаль комплекс төҙөлә. Еңеү байрамына саҡлы, ағас үҫентеләре ултыртып, Аллея эшләү ҙә планлаштырыла. Башҡортостандың 100 йыллығын байрам иткән йылды 100 үҫенте ултыртыу ниәтләнә. Ә инде 9 Май байрамында уны тантаналы асыу күҙаллана. 

Билдәле көрәшсе Нурулла Хисмәтуллиндың сығышы ла яңы уй-ниәттәр тыуҙырҙы. Балалар өсөн ауылда милли көрәш буйынса түңәрәк ойоштороу мөмкинлеге ҡаралды. Бәлки киләсәктә уның етәкселегендә йәш быуын көрәшкә йәлеп ителер. 

Урамда йәки бесәнлектәрҙе тапап йөрөгән мал-тыуарға ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә булды. Был йәһәттән тәртип урынлаштырыу тейешлеге иҫкәртелде. 

Эскелектән кешеләрҙең яҡты донъянан китеүе тураһында йөрәкте өшөткөс һүҙҙәрҙе лә тыныс ҡына тыңларлыҡ түгел ине. Ялған алкоголь һатыусылар менән көрәш юлдары ҡаралды. Әлегә аңлатыу эше аша был яман шөғөлдө туҡтатыу бурысы ҡуйылһа, һуңынан ҡаты саралар күреләсәге иҫкәртелде. Эскелеккә ҡаршы бергәләп күтәрелеү генә һөҙөмтә бирер. Миңә был проблема ҡағылмаҫ, тиеү битарафлыҡ билдәһе. Эскенең мәкерле тоҙағына һәр ҡайһыбыҙҙың яҡындары эләгеүе ихтимал. Элекке замандарҙа аҡһаҡалдарҙың иҫкәртеүе, оло кешеләрҙең һүҙе ҙур көскә эйә булған. Улар урамдан үткәндә лә, кире күренештәрҙе иҫкәртеп, өгөт-нәсихәтен әйтә йөрөгән. Ошо рәүешле йәмғиәтебеҙҙә насар ғәҙәттәр таралыуына юл ҡуймаған. Халыҡ үҙе тәрбиәсе, бөгөн йәмғиәтебеҙ тап ошондай тәрбиәселәргә лә мохтажлыҡ кисерә.

Резеда ШӘНГӘРӘЕВА.

Фото: автор. 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей