Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра

Яҙғы һауа торошона аптырарлыҡ инде бына. Кисә генә ҡояшлы матур йылы торһа, бөгөн елле, һалҡынса. Ләкин "Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра" тигән мәҡәлен яҙмышын ер, ауыл хужалығы менән бәйләгән һәр кеше яҡшы аңлай. Сөнки киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына. Лағыр ауылының билдәле КФХ етәксеһе, ауыл хужалығы хеҙмәткәре Франгил Ҡылысбай улы Миңлейәровты уңған һәм оҫта етәксе итеп Салауат районында яҡшы беләләр. Ул етәкләгән хужалыҡ район кимәлендә лә иң һөҙөмтәле эшләгән хужалыҡтарҙың береһе булып танылды. Бына оҙаҡ йылдар инде хужалыҡ ошо дәрәжәгә тап төшөрмәй эшләй, ауыл хужалығы производствоһын ойоштороуҙа йылдың-йылы үҙ өлөшөн кертә. Әлеге миҙгелде лә Миңлейәровтар юғары әҙерлек менән ҡаршылап, дәррәү темп менән сәсеүгә төштө. Әйтергә кәрәк, яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлекте хужалыҡ үткән көҙ үк башланы һәм ваҡытында сәскестәр, башҡа ауыл хужалығы машиналары ремонтланды. Орлоҡ фонды ла мәлендә әҙерләнеп һалынды, яңы сорттар менән тулыландырылды. Хужалыҡтың үҙ эшен яҡшы белгән оҫталары бар. Быларҙың барыһы ла яңы яҙғы миҙгелде яҡшы әҙерлек һәм көр кәйеф менән башларға мөмкинлек бирҙе. Был көн бөтәһе өсөн дә байрамға әйләнә. Күңелдәр күтәренке, аллаға шөкөр, ергә орлоҡ төштө. Хужабикә Зөлфиә Хәким ҡыҙы баҫыу батырҙарын тәмле аш- һыуы менән һөйөндөрә. Яланда самауыр ҡайнай, аш бешә, көлгә күмелгән бәрәңге еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Әлбиттә, ярҙамға туған- тумаса килә, бер кем дә ситтә ҡалмай. Элекке колхоз- совхоз ваҡыттары иҫкә төшә. Ҡара ергә алтын һары бойҙай орлоғо менән киләсәккә өмөт, ышаныс төшә. Һәр сәсеүсе донъяларҙың тыныс - имен булыуын теләй, икмәк булһа, йыр ҙа булырына ышана.
Яҙҙар етте, ҡоштар йылы яҡтан,
Ҡыуанышып осоп ҡайттылар.
Ҡарҙар иреп, ҡара ер асылды,
Йылғаларҙан боҙҙар аҡтылар.
Тимер аттар ояһынан сығып,
Тәүге бураҙнаны ярҙылар.
Һыу буйҙарын һары сәскә япты,
Урман ситен - умырзаялар.
Яҙҙар үтеп, һабантуйҙар етер,
Сәскәләнер ялан, туғайҙар.
Һәр орлоҡ киләсәктең нигеҙе булһын!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей