ЯҘМЫШЫНАН ДА, ТОРМОШОНАН ДА ҠӘНӘҒӘТ УЛ

Файҙалы һәм ҡәнәғәт йәшәлгән ғүмер – бәхетле ғүмер. Йәшәйештең һәр миҙгелен лайыҡлы үткәргән, халҡы өсөн намыҫлы, фиҙаҡәр хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй был ерҙе. Элекке М.Ғафури исемендәге колхоздың алдынғы агрономы, хеҙмәт ветераны Фәйез Ғирфан улы Садиҡов – тап ошондай кеше.

Йәйҙең һуңғы айы – августың 23-дә, Ибраһим ауылында тыуып-үҫеп, йәнтөйәгенә берегеп, бөгөн дә ошонда ғүмер итеүсе Фәйез Ғирфан улы 80 йәшен тултыра. Бик иртә, сабый ғына көйө атайһыҙ ҡала. Уға бер генә йәш сағында атаһы ҡулына ҡорал алып, илде һаҡларға Бөйөк Ватан һуғышына китә, әммә яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әсәһе дүрт баланы яңғыҙы тәрбиәләп үҫтерә. Йәше еткәс, уҡырға төшөп, башланғыс белемде тыуған ауылы мәктәбендә ала, артабан Еҙем-Ҡаранда урта мәктәп тамамлай. М.Ғафури исемендәге колхозда бер аҙ хеҙмәт сынығыуы алырға өлгөргән егет әрме хеҙмәтенә саҡырыла. 1961-1964 йылдарҙа хәрби бурысын диңгеҙ авиацияһында үтәй. Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡандан һуңғы барлыҡ хеҙмәт эшмәкәрлеге тыуған районы, яҡташтары менән бәйле уның.
Аң-белемгә ынтылышы көслө, уҡыуға зирәк, тырыш егет хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, БДУ-ның геология факультетына уҡырға инә. Әммә булдыҡлы, үҙ маҡсатына ирешеүсән, колхозда әҙ генә эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән Фәйезде М.Ғафури исемендәге колхоз рәйесе Д.Мозафаров хужалыҡтағы кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү уйы менән ай-вайына ҡуймай, Ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына күсергә күндерә. Һәм көтмәгәндә-уйламағанда ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсеп, тыуған районына әйләнеп ҡайта ла дәртләнеп эшкә тотона. Бер аҙ колхоздың беренсел партия ойошмаһы секретары булып эшләп ала. Һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, ул 19 йыл баш агроном (М.Ғафуриҙан тыш, “Ленинизм”, “Еҙем” колхоздарында) йөгөн тарта. Йәш белгес тап ошо үҙе эшләгән йылдарҙа баҫыуҙарҙың уңдырышлылығын арттырыуға, барлыҡ төр культураларҙан да юғары уңыш үҫтереүгә өлгәшә. Сәсеү әйләнешен яйға һала, орлоҡ сифаты буйынса колхоз һәр ваҡыт беренсе урында килә, юғары уңыш йыйып алыуҙа тәүге өсәү иҫәбендә була. Заманында районда иң алдынғы өс агрономдың (Үтәктән Ә.Ғәҙелшин, Бурлынан С.Ибраһимова) береһе тап Фәйез Садиҡовтың булыуы ошо хаҡта һөйләй.
1971 йылда ҡулына диплом алған Ф.Садиҡовты киләһе йылына ул саҡтағы КПСС райкомының I секретары Әсҡәт Шәмсетдинов (60-сы йылдарҙа М.Ғафури исемендәге колхоз рәйесе була) саҡыртып ала ла, Аҡкүл ауылындағы сөгөлдөр ҡабул итеү пунктына етәкселек эшенә ебәрә. Артабан 80-се йылдарҙа партия райкомының беренсе секретары Мөхәмәт Баҡыев тәҡдиме буйынса Юғары партия мәктәбенә уҡырға ебәрелеп, уны тамамлағандан һуң, 1987 йылда Фәйез Ғирфан улын яуаплы вазифаға – Еҙем-Ҡаран ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 13 йыл эшләргә тура килә уға. Ауылдаштары уны бер нисә саҡырылыш рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлай. Ауыл советы рәйесе йөгөн тартҡанда Ф.Садиҡов биләмәлә ике тиҫтәгә яҡын төрлө объекттар төҙөтөүгә һәм капиталь ремонт үткәреүгә өлгәшә.
Фәйез Ғирфан улы ҡайҙа ғына эшләмәһен, булдыҡлы, эшһөйәр, эшкә яуаплы ҡараған хеҙмәт эйәһе, халыҡ араһында абруйлы, кешелекле кеше булараҡ башҡаларҙан айырылып тора. Күкрәге тулы орден-миҙалдар булмаһа ла төрлө кимәлдәге Маҡтау грамоталарының, Рәхмәт хаттарының, үҙ мәлендә бирелгән ҡиммәтле бүләктәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Эшләгән дәүерендә бер нисә тапҡыр “Социалистик ярыш еңеүсеһе” була. Былтыр Башҡортостан Республикаһы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығы миҙалы менән бүләкләнде.
Ир кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, ағас ултыртырға, ул үҫтереп, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға, намыҫлы йәшәргә тейеш. Фәйез Садиҡов быларҙың барыһын да үтәгән. Әле улар Тәнзилә Әхмәтдин ҡыҙы менән үҙҙәре һалып сыҡҡан, ауыл күрке булып, гөл-сәскәгә күмелгән йорттарында 54 йыл татыулыҡта ғүмер кисереп, нәҫел дауамы – ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Гөлсинә Стәрлетамаҡта йәшәй, бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Рәшиҙәләре – Красноусолда, район мәғариф бүлегендә методик бүлек мөдире, ҡыҙҙары Гөлфирә (Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡытыусы) менән Садиҡовтар нәҫелен дауам итеүсе улдары – фермерлыҡ менән шөғөлләнгән Рөстәм тыуған ауылдары Ибраһимда төпләнгән. Садиҡовтар 9 ейәнсәрҙең, 3 бүләсәрҙең яратҡан олатай-өләсәһе лә.
Булмышы менән тыныс холоҡло, хәстәрлекле, әүҙем йәмәғәтсе Фәйез Ғирфан улына ҡул ҡаушырып өйҙә ятыу хас түгел. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың ветерандар ойошмаһы рәйесе, артабан староста йәмәғәт йөктәрен тартып, ауылдаштарының мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәй. Яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә обелиск урынлаштырыуҙа, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороп үткәреүҙә тырышлыҡ һала. Шиғри күңелле Фәйез ағай ижадҡа тотоноп, бер нисә йыл элек “Оҙон тормош юлында” тигән тәүге ижад емешен ҡулына ала. Ул “Табын” район гәзите янында эшләп килгән “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаһы ла, шиғырҙары әленән-әле гәзит биттәрендә донъя күреп тора.
Фәйез ағай үҙ яҙмышынан, тормошонан ҡәнәғәт, күңеле тыныс, ҡарашы асыҡ, йөҙө алсаҡ, 80 йәште бирмәҫһең дә. Алдағы көндәрегеҙҙә лә ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек, салт зиһен, күңел күтәренкелеге, имен тормош теләйбеҙ һеҙгә, Фәйез Ғирфан улы!

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей