Яҙғы сәсеү тамамлана

Салауат районының күпселек хужалыҡтары яҙғы иген культураларын сәсеү эшен теүәлләне.

“Таймый” агро­фир­маһы, “Тирмән” ауыл хужалығы прои­зводство кооперативы, Хәмиҙуллин, Хәйруллин крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм “Төньяҡ-Көнсығыш” МТС-ы ғына ҡалған. Сәсеүлек майҙандарының 80 процентында эш үтәлгән. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 16 майға ҡарата яҙғы культураларҙың 6 400 гектары сәселгән. Шуның 5 200 га-һы – яҙғы иген культуралары, 480-не – ҡуҙаҡлы культуралар. 404 гектар майҙанға рапс сәселгән.
Иртә яҙғы культураларҙы сәсеү эштәрен тәүгеләрҙән булып Әлкәнең “Юлай” КФХ-һы тамамлаған. Шулай уҡ “Уңыш”, “Простор”, “Братья Пономаревы” хужалыҡтары, фермерҙар: Нәсибаштан Ғәлиевтар, Миәшәгәрҙән Ғәлләмов, Йыланыштан Федоров, Брагина, Лаҡлынан Нәбиуллин да сәсеүҙе бөткән. Ҡайһы бер хужалыҡтар ерҙе парға эшкәртеү эшенә тотонған. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа мөҙҙәттә башҡарыуға май башындағы һауа торошо ла ҡулайлы булды.
Айҙар НОҒАМАНОВ. "Йүрүҙән" гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей