Яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлекте Хәйбулла районында дәррәү башлап ебәрҙеләр

Бөгөнгө көндә район ауыл хужалығы предприятиеһы, фермер хужалыҡтарындағы техниканың 87 проценты ремонтланған, 90 процент яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Әле бер-нисә берәмек техника Башсельхозтехниканың Шишмә филиалында ремонтланһа, ҡалғандары районда ойошторолған бәләкәй ремонлау мастерскойҙарында әҙерлек үтә. 
Быйылғы сәсеү кампанияһында 229 берәмек ауыл хужалығы техникаһы баҫыуға сығыр тип ниәтләйҙәр, шулар иҫәбендә дүрт яңы сәсеү комплексы. 
Хужалыҡтар орлоҡтарҙы ла хәстәрләй. Әлеге ваҡытта 12 мең тоннанан ашыу орлок тупланған. План 92 процентҡа үтәлгән. Кондинцияға еткерелгән орлоҡ дөйөм күләмдең 73 процентын тәшкил итә.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей