Яҙғы сәсеү кампанияһына әҙерлек

Йыл һайын сәсеү кампанияһы алдынан Баймаҡ районының аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек кимәлен тикшереү маҡсатында агрокәңәшмәгә йыйыла. Быйылғы сара данлыҡлы игенсе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Риза Яхиндың тыуған төйәгендә - Сосновка ауылында үтте. Сарала райондың ауыл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре, фермер хужалыҡтары етәкселәре, агрономдар һәм орлоҡто һаҡлау буйынса белгестәр ҡатнашты.

Сосновка ауылының терәге булған “Яхин Р.Р.” крәҫтиән-фермер хужалығының етәксеһе Рәшит Яхин данлыҡлы игенсе Риза Яхиндың эшен дә, династияһын да уңышлы дауам итә. Ул, атаһы кеүек, заманында гөрләп торған "Йылайыр" совхозында алдынғы механизатор булып таныла. Хужалыҡ тарҡалғас, районда иң беренсе булып үҙенең фермер хужалығын ойоштора.

Рәшит Яхин, "Яхин Р.Р." КФХ-һы етәксеһе:

«Бөгөн беҙҙә семинар үтә, унда беҙ үҙебеҙҙең әҙерлекте күрһәтәбеҙ. Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек яҡшы бара, тип уйлайым».

Район кимәлендә ойошторолған хеҙмәт ярыштарында “Яхин КФХ-һы” - алдынғылар рәтендә. Бойҙайҙың йомшаҡ һәм ҡаты сорттарын үҫтереп, йыл да 500 гектарҙан мул уңыш йыйып ала. Хужалыҡтың техник потенциалы ныҡ, йылдан-йыл үҙенең ҡеүәттәрен арттыра бара. Өҫтәлмә ер булғанда, 3 мең гектарҙы эшкәртергә һәләтле.

Азат Шәрипов, район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары:

«Бөгөн беҙ “Йылайыр” ауыл биләмәһендә традицион агроконференция үткәрәбеҙ. Беҙ уны йыл да үткәрәбеҙ.  Былтыр Урғаҙала ойошторолдо һәм шунда уҡ ошонда үткәрергә ниәтләнек, сөнки был яҡтар ҡырсылыҡ, игенселек менән көслө. Элекке “Йылайыр” совхозы ерҙәре, бында бөтә баҫыуҙар ҙә сәселә.

Семинар пленар, практик өлөштәрҙән тора. Бөтә актуаль һорауҙар ҙа ҡаралды. Дөйөм алғанда, район кимәлендә аграрийҙар был сәсеү кампанияһына әҙер, яғыулыҡ материалдары индерелә, техника әҙер. Тиҙҙән орлоҡтарҙы ағыулау эштәре башлана. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында үткәрербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ».

Ни сәсһәң - шуны урырһың, тиҙәр. Агроконференцияның ғәмәли өлөшөндә хужалыҡтың бойҙай келәтендә орлоҡтарҙың һаҡланыу, ауыл хужалығы техникаһының сәсеүгә әҙерлек торошо, уларҙы ағыулау ысулы ҡаралды. Быйылғы һауа торошо баҫыу эштәре өсөн ыңғай буласағы һәм сәсеү кампанияһының уңышлы үтәсәге фаразланды.

Айгөл Иҙелбаева

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей