Яҙғы сәсеү ишек шаҡый. Єбүбәкер ЯСЙ-һы эшселәре: «Баҫыу эштәрен ең һыҙғанып ҡаршылайбыҙ».

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара. Иртә таңдан ҡара кискә тиклем ауыл эшсәндәре техника торошон тикшерә, ремонт талап иткәндәренә алмаш частар хәстәрләп, әҙерлек һыҙығына баҫтыра. «Єбүбәкер» ЯСЙ-һы хужалығына (етәксеһе Филүс Сираев) барып төшкәндә быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп ҡайттыҡ. Бында техник потенциал ныҡлы. Парктың яңы булыуы ла артыҡ ремонт эштәре талап итмәй икән. Беҙҙе ер батырҙары: «Техника ла, үҙебеҙ ҙә баҫыу иңләргә әҙер, барыһы ла төҙөк хәлдә, яғыулыҡ-майлау материалдары ала башланыҡ. Көн матур, кәйеф тә яҡшы», - тип көр кәйефтә ҡаршы алдылар.
Ауыл хужалығында эшләүселәргә рәхәтләнеп ял итергә ваҡыты ла юҡ, сөнки үҫемселектә, малсылыҡта байрам юҡ. Әле иһә райондың бар крәҫтиән хужалыҡтары кеүек бында ла киләһе уңышты хәстәрләп, яҙғы сәсеүгә әҙерләнгән мәле. Эшсәндәрҙең дәртен яҙғы ҡояштың йылы нурҙары ла арттыра.
«Быйыл бөтәһе 3,5 гектар майҙанда - 1000 гектар ҡаты һәм йомшаҡ сортлы бойҙай, 500 гектар ноҡот борсағы, 170 гектар тирәһе көнбағыш, 500 арпа сәсәсәкбеҙ. Шулай уҡ кукуруз, етен сәсергә ниәтләйбеҙ. Быйыл тағы ла өҫтәп, Байғусҡар ауылы янында ике баҫыу – пай ерҙәрен алдыҡ һәм Ырымбур өлкәһе янынан 500 гектар ер ҡуртымға аласаҡбыҙ», - тип һүҙ башланы туғыҙ йылға яҡын эшләүсе механизатор Рәүеф Хәйҙәршин, -- Єбүбәкер ЯСЙ-һында шулай уҡ 35 баш самаһы һыйыр малдары, быҙауҙары менән бергә 50-нән ашыу баш иҫәпләнә. Єлегә улар ирекле имеҙеүҙә торалар. Һауыу аппараттары алынған, быйыл һөт тапшыра башлаясаҡбыҙ.

Малдарҙы ҡышлатыу яҡшы үтте, мал аҙығы етәрлек кимәлдә әҙерләнә. Бесәнлек итеп Ырымбур яҡтарында пай ерҙәрен дә ҡуртымға алғанбыҙ. Техника паркын йылдан-йыл яңыртып барабыҙ. Булған техникаға өҫтәп, ике яңы Беларусь, Т-150, «Заря» химик утау техникаһы, ике Агратор-6600 сәсеү комплексы алынды. Өс «Нива», ике «Енисей» комбайндары бар. Техника бөтәһе лә яҙғы сәсеүгә әҙер. Быйыл Т-150-ҡа яңы тырма ла алып ҡайттыҡ. Яңыраҡ ҡына Сибай ҡалаһынан яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарылды. Агроном Єхтәм Акилов элиталы орлоҡ алып ҡайтырға китте. Дөйөм алғанда, аграрийҙар сәсеү кампанияһына әҙер. Көн яҡшы тора, тиҙҙән орлоҡтарҙы ағыулау эштәре башлана. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында үткәрербеҙ, тип өмөтләнәбеҙ», - тип хужалыҡ эштәре менән таныштырҙы ул. Киләсәк пландары менән бүлешеүен һорағас: «Тағы ла киңәйергә, баҫыу майҙандарын, мал һанын арттырырға. Шулай уҡ склад, фермаларҙы профнастил менән ябып, ремонт эшләргә ниәтләйбеҙ», - тине тәжрибәле механизатор Рәүеф Хәйҙәршин.
Эйе, был хужалыҡта үҙ эшен белгән тырыштар ғына эшләй. Ер эшен, эҫе, күпереп бешкән икмәктең өҫтәлгә нисек килеп етеүен улар ғына белә. «Єбүбәкер» ЯСЙ-һында йыл әйләнәһенә ике көтөүсе, механизаторҙар менән бергә 5-6 кеше эшләй. Яҙ етеү менән ҡара көҙгә тиклем бында тағы ла эштәр тәүлек әйләнәһенә гөрләй. Аҡъярҙан, Баймаҡ районынан, Ырымбур өлкәһе Новоорск ауылынан даими эшселәр өҫтәлә. Уларға бөтә уңайлы шарттар булдырылған ятаҡ бирелә. Шулай ҙа төп эшсе ҡулдар Єбүбәкер ауылынан.
«Єбүбәкер» ЯСЙ-һында тырышып оҙаҡ эшләүсе эшсе ҡулдар – Альберт Билалов, Роберт Билалов, Айнур Сынбулатов, Рәүеф Хәйҙәршин, Бүләк Ураҙғолов, Евгений Шутов, Рәүеф Мәҡсүтовтарға афарин тейерге генә ҡала.

Тәжрибәле етәксе Филүс Сираев үҙ бурысын яҡшы аңлаған юғары класлы белгестәрҙән торған команда туплауға өлгәшкән. Шуға ла ауыл эшсәндәренең быйылғы сәсеү кампанияһын уңышлы атҡарып сығасағына шик юҡ.
Луиза Юлмөхәмәтова. Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей