Яҙғы көн йылды туйҙыра. Киләсәктә тағы ла хужалыҡты киңәйтергә ниәтләйбеҙ, ти - Азамат Бисалеев

Ни сәсһәң, шуны урырһың, ти халыҡ мәҡәле. Әле яҙғы сәсеү ваҡытының иң ҡыҙған мәле. Яковлевка ауылынан өсөнсө йыл игенселек тармағында махсуслашҡан “Яковлевка” ЯСЙ-һы еткәсеһе Азамат Бисалеев та тырыш хеҙмәтенең емештәрен татый, киләсәккә яңы уй-ниәттәр ҡороп йәшәй.
Азамат Бисалеев бынан өс йыл элек үҙ тырышлығы менән игенселек тармағына тотона. Колхоздан ҡалған базаны ҡуртымға ала, башланғыс итеп бер-нисә техника һатып ала. Һәм тәүге йыл мең гектар майҙанда иген культуралары сәсеп, ярайһы уҡ уңыш ала.
Бөгөн иһә Азамат Хәйрулла улының крәҫтиән-фермер хужалығы башҡа фермерҙарҙыҡы кеүек ҡеүәтле техник базаға эйә. 1,800 гектар майҙан сәсеүлектә ике К-700, бер Т-4 техникалары баҫыу иңдәрен иңләй. Шулай уҡ техника паркында ЗИЛ машиналары, яңы «Вектор», «Нива» комбайндары, сәсеү агрегаттары һәм башҡа ауыл хужалығы техникалары бар.
- Бөгөнгө көнгә 1,800 гектар майҙандың 850 гектарҙан ашыуы сәселде. Көн матур тора, техника боҙолмай эшләй, эшселәрҙең дә кәйефе шәп. Әйткәндәй, игендең ҡаты һәм йомшаҡ сортлыһын, ноҡот борсағы, етен сәсәбеҙ. Орлоҡ үҙебеҙҙеке, шулай уҡ элиталы орлоҡ алып ҡайттыҡ, - тип эш барышы менән таныштырҙы етәксе.
Азамат Бисалеев хужалығы социаль инфраструктураны үҫтереүгә лә тос өлөш индерә. Әле хужалыҡта 7 кеше рәсми эшләй. Бөтәһе лә Яковлевка ауылыныҡылар. Етәксе әйтеүенсә, улар ваҡытында лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ала. Хеҙмәтсәндәрҙе ашатыу ойошторолған.
– Эшселәргә һүҙем юҡ. Фаил Ѓарипов, Кучюмов Филипп, Самаров Шәфҡәт, Фәнил Тусалин һәм башҡалар үҙҙәренә йөкмәтелгән эштәрен намыҫлы башҡаралар. Бирелгән техниканы техник яҡтан яҡшы хәлдә тоталар. Уң ҡулым, бригадир Илдус Солтанов, мин булмағанда хужалыҡта эште яҡшы алып бара. Шулай уҡ , - тип һөйләне уңған фермер.
Киләсәк пландары ла ҙур фермерҙың. Склад, база, эшселәр өсөн мунса төҙөргә, сәсеүлек ерҙәрен тағы ла арттырырға иҫәп тота. Шулай уҡ игенселектән тыш малсылыҡ тармағында ла үҙен һынап ҡарамаҡсы Азамат Хәйрулла улы. Эшенә мөкиббән тотонған, ҡулында ут уйнатҡан тырыш фермерҙы булдырмаҫ тимә. Киләһе йылдарҙа күпләп малдар йөрөр был ерҙәрҙә.
Бөгөн беҙ бик ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Күптәр эш юҡлыҡҡа һылтанып, өйҙә ята, йә булмаһа, эш эҙләп ситкә сығып китәләр. Азамат Хәйрулла улының хеҙмәте бөгөнгө көндә күптәргә өлгө булып тора. Бер эштән дә ҡурҡып торорға ярамай. Үҙ эшеңде яратһаң, тырышып эшләһәң, һөҙөмтәләр оҙаҡ көттөрмәҫ.
- Ниндәй генә заманала йәшәһәк тә, ер ҡәҙерен белгән кешеләр бер ваҡытта ла бөлмәне. Заман башҡа — заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн ергә ерегеп үҫкәндәрҙең, ер йылыһын тойоп йәшәгәндәрҙең йыры көйлө. Әлбиттә, ауырлыҡтар ҙа булмай тормай. Тик артҡа түгел, алға ҡарап йәшәргә кәрәк, — ти ул.
Луиза Юлмөхәмәтова, Хәйбулла хәбәрҙәре гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей