ЯҘҒЫ КӨН ЙЫЛДЫ ТУЙҘЫРА

Район хужалыҡтарында сәсеүгә әҙерлек киң ҡолас менән бара. Ауыл эшсәндәре техникаларын әҙерләүгә көҙҙән үк тотона. Ер ҡарҙан әрселеү менән улар баҫыуҙарға сығасаҡ. Ә әлегә оҫтаханаларҙа әҙерлек буйынса һуңғы эштәр теүәлләнә. Сөнки сәсеү эштәрен тиҙ арала атҡарыу өсөн иң тәүҙә уларҙың төҙөк булыуы мөһим. 

“ШАИМОРАТОВ” йәмғиәте механизаторҙарын “тимер аттар”ы эр­гәһендә тап иттек. Бындағы эш ба­рышы менән инженер Илгиз Фәй­зул­лин таныштырып үтте.
- Тракторҙар, сәскестәр, таҡтырма ҡоролмалар, тырмалар, культиваторҙар сәсеүгә әҙер, тиһәң дә була. Төҙәтеү эштәре уҙғарылды, яңыраҡ техосмотр ҙа үтелде. Әле иһә дөйөм тороштарын ҡарап, ҡалған ваҡ-төйәк етеш­һеҙлектәрен бөтөрөп, төҙәтәһе ерен төҙәтеп, эште тамамлау өҫтөндәбеҙ. Ерҙә эшләүҙән тәм һәм йәм тапҡан механизаторҙар – Сабит Хәсәнов, Рәсим Моратшин, Петр Же­лезогло, Әлфир һәм Таһир Кәримовтар ремонт менән мәшғүл. Дөйөм алғанда, беҙҙең хужалыҡта 7 трактор, 2 сәскес бар. Тиҙҙән яңы сәсеү комплексы – Massey Ferguson 6713 тракторы һәм Gherardi G100 сәскесе ҡайта. Хәҙер хатта башҡа хужалыҡтарға ла ярҙам итә аласаҡбыҙ, - тине Илгиз Мәҡсүт улы.
Әле йылды туйҙыра торған иң яуаплы көндәрҙең береһе.  Алдарында торған ҙур бурысты – яҙғы баҫыу эш­тә­рен уңышлы атҡарып сығыу өсөн әле­нән тырышып хеҙмәт итә ауыл эш­сәндәре. 
Фәниә Сәлимгәрәева.
Фирүзә Рәхмәтуллина фотоһы.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей