Яҙғы хәстәрлектәр

Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Улар көндө-төнгә ялғап, сәсеү агрегаттарын әҙерлек һыҙығына ҡуя, техниканы барлай, орлоҡ фондын хәстәрләй, яғыулыҡ-майлау материалдарын туп­лай. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме — көндөң аяҙ тороуы, ерҙең иртәрәк йылыныуы.

«Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы  оҫтаха­нала­рында ла яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек киң ҡолас менән бара: механизаторҙар сәскестәрҙе, тырма-культиваторҙарҙы ремонтлап, сәсеүгә әҙер­ләй.

Ғәҙәттә, бында баҫыу эштәренә йәлеп ителәсәк ауыл хужалығы машиналарын һәм техниканы һәр ваҡыт алдан хәстәрләп ҡуялар. Был юлы ла шулай булды — техника паркы көҙҙән ремонтланып, һаҡлауға ҡуйылған. Йыл башында иһә сәскестәргә алмаш өлөштәр алынып, уларҙы ремонтлау ошо көндәрҙә тамамлана.

— Сәсеүҙә ҡатнашасаҡ барлыҡ техника-агрегаттар әҙер тиерлек, тик һынау-көйләү эштәре генә ҡалды. Быны ошо көндәрҙә үткәрелгән техник тикшереү һөҙөмтәләре лә раҫлай. Филиал механизатор кадрҙары менән комплектланған, улар өсөн өҫтәмә уҡыу ойошторолдо. Эшсәндәргә махсус кейем алынған, барыһы ла медицина тикшереүе үтте. Ғөмүмән, яңы миҙгелгә әҙерлек ойошҡанлы бара, — ти директор З. В. Мусин.

     Зәбир Вәкил улы әйтеүенсә, предприятие  быйыл  10 мең гектарҙа иген, мал аҙығы һәм техник культуралар сәсеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Техник культураларҙың иҡтисади йәһәттән табышлы икәнен күҙ уңында тотҡанда, улар ҙа ҙур ғына майҙанды биләйәсәк. Быйыл баҫыуҙарҙы сәсеү комплекстары менән 8 МТЗ-80,  6 ДжонДир, берәр Нью Холланд, К-700 һәм Т-150 тракторҙары иңләйәсәк. Шулай уҡ 8 КамАЗ, шуларҙың бишәүһе тағылмалы, ике бензовоз йәлеп ителәсәк. Был ҙур күләмдәге техника менән баҫыуҙарҙы сәсеүгә, уларҙы эшкәртеүгә 145 эшсән сығасаҡ.

— Барыһын да эшкә закон нигеҙендә ҡабул итәбеҙ, кеше эшкә килеү менән инструктаж үтә, медицина учреждениеһынан эшкә яраҡлы булыу-булмауы хаҡында белешмә килтерә, эш хаҡынан тейешле түләмдәр ваҡытында күсерелә. Мәҫәлән, уҙған йыл 13 миллион 565 мең һум эш хаҡы иҫәпләнһә, 4 миллион һумдан ашыу пенсия фондына түләмдәр индерҙек. Йәғни беҙҙә хеҙмәт хаҡы конвертта түгел, ә нигеҙле түләнә, — тип дауам итә етәксе.   

Филиалдың Йәнгелдә урынлашҡан ырҙын табағында ла эштәр гөрләй. Әйткәндәй, бөтә орлоҡтар тикшереү үткән. Бында сәсеүгә етерлек кимәлдә тупланған орлоҡ материалы әле өҫтәмә таҙартылып, тейешле кондицияға еткерелә. Тиҙҙән орлоҡтарҙы ағыулау эшенә тотонасаҡтар, был эште башҡарыу агрегаты әҙер, эшсәндәр инструктаж, медосмотр үткән.

Предприятиеның машина-трактор мастерскойы ла буш тормай. Оҫтаханала башҡа филиалдарҙан килгән трактор-комбайндар агргеаттары йүнәтелә. Шулай уҡ халыҡҡа ла машина-тракторҙарҙың яғыулыҡ аппаратураһын ремонтлау, иретеп-йәбештереү, тимерлек эштәре буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә.

 

Әле ремонт менән булышҡан эшсәндәрҙе төшкө аш менән урында туҡландырыу маҡсатында үҙҙәренең ашханаһы эшләй. Яҙғы эштәр осоронда игенселәрҙе баҫыуҙа ғәҙәттәгесә ике тапҡыр ашатыу ойоштороласаҡ, тиҙәр. Предприятиеның алдынғы механизаторҙары Вәзир Моталов, Илфат Хәлилов, Ирәмән Уйылданов, Таһир Вәлиев һәм башҡалар баҫыу-ҡырҙарҙы иңләгәндә лә, техника ремонтлауҙа ла һынатмай икән.

МТС-тың Әбйәлил филиалында хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү, уларҙың социаль мәсьәләләрен даими хәл итеүгә етди иғтибар бүленә, был иһә производство күрһәткестәрендә лә сағылыш таба. Яҙғы баҫыу эштәре барышында ла ярыштар ойоштороу, уларҙа еңеүселәрҙе бүләкләү, сәсеү батырҙарын тәбрикләү быйыл да маҡсат итеп ҡуйыла. Шуға ла йылдағыса коллективтың яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта һәм сифатлы итеп атҡарып сығырына ҙур өмөт бағлайҙар коллективта.

    — Беҙ бөгөн күбеһенсә Хәлил, Рауил, Йәнгел биләмәләре халҡының пай ерҙәрендә сәсәбеҙ. Быйылғы йылдан уларға дивидендтарҙы арттырырға иҫәп тотабыҙ. Шуға күрә уларҙан ышаныслы партнер булған «Урал аръяғы Агро» МТС-ының Әбйәлил филиалы менән  дә артабан хеҙмәттәшлек итеүҙәрен теләр инем, — тип мөрәжәғәт итә үҙенең пайсыларына Зәбир Вәкил улы. — Ә миҙгел ауыл кешеһе өсөн насарҙан булмаясаҡ, йыл яҡшы килергә тейеш, һәр хәлдә беҙ шуға өмөт итәбеҙ.

 

Рәмилә Истанбаева, «Осҡон” газетаһы

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей