Яҙғы эштәргә әҙерлек

Мәләүез районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы 15 мартта ауыл хужалығы тармағындағы тракторҙар, үҙйөрөшлө юл төҙөлөш машиналары һәм уларға тағылмаларға техник күҙәтеү уҙғарыуҙы башланы.

1 мартҡа ҡарата агросәнәғәт комплексында 416 трактор,35 юл -төҙөлөшө машинаһы һәм уларға 123 тағылма иҫәпләнә.

Яҙғы баҫыу эштәре башланғанға тиклем инспекция  тарафынан тармаҡҡа ҡараған техника төҙөклөгө тулыһынса тикшерелергә тейеш.

График буйынса беренсеһе Салауат исемендәге кооператив машина трактор паркында үтте. Әлегә 42 берәмек тракторҙың 32-һе тикшерелде, уларҙың 93 проценты белгестәр тарафынан кеше һаулығы,  экология йәһәтенән хәүефһеҙ тип табылды.

Үҙ йөрөшлө машиналарҙы һәм уларға тағылмаларҙы тикшергәндә руль механизмдарына, тормоз системаһына, тышҡы яҡтылыҡ сигнализацияһы приборҙарына, двигателдең ашығыс туҡталыш яйланмалары төҙөклөгөнә, яғыулыҡ системаһының герметиклығына айырым иғтибар бирелә. Шулай уҡ машина менән идара итеүселәрҙең  теркәү документтары булыуы, быға тиклем үткән техник тикшереү һәм идара итеү хоҡуғына билдәләнгән рөхсәт танытмалары тикшерелә.

Сарала район ауыл хужалығы идаралығының хеҙмәтте һаҡлау  белгесе Андрей Николаев һәм баш инженер Ринат Бикбулатов ҡатнашты. Улар тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен яңылыҡтар, план-маҡсаттар менән таныштырҙы.

Динис ИҪӘКӘЕВ, техника күҙәтеүе секторы инспекторы.

Һүрәттә: Илгизәр Кинйәбәев махсус прибор ярҙамында руль люфтын тикшерә.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей