Яҙғы бер көн йылды туйҙыра

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәре ҡыҙа бара

Бөгөн район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин, райондың баш агрономы Нәжип Хәсәнов һәм "Һаҡмар" гәзите журналистары хужалыҡтарҙа булып, яҙғы сәсеү эштәре менән яҡындан танышты, фермерҙар, игенселәр менән аралашты.

"Толпар" ЯСЙ-һына быйыл 1000 гектарҙа бойҙай, һоло һәм етен сәсеү бурысы тора.Сәсеүгә 2 рәт һәм 2 ҡамыл сәскестәре йәлеп ителгән.Хужалыҡтың производство мөдире Айнур Рәхимов билдәләүенсә, сәсеү комплексы тотороҡло эшләй, агрегаттар механизаторҙар һәм сәсеүселәр менән тәьмин ителгән.Орлоҡ етерлек тупланған.

Тәжрибәле фермер Рәшит Яхин да бөгөн сәсеүгә төштө.Атаҡлы игенсенең улы булараҡ, Р.Яхин атаһының данлыҡлы юлын уңышлы дауам итә, иген культураларынан йыл да яҡшы уңыш үҫтереп ала.

Быйыл Рәшит Риза улы етәкләгән коллектив 655 гектарҙа иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сәсеүҙе күҙ уңында тота.Сәсеүгә ҡамыл сәскестәре менән ике агрегат йәлеп ителгән.

Автор:Азамат Мухаметшин

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей