Яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек

Яуаплы миҙгел алдынан бергә йыйылып кәңәшләшеү, ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән танышыу, уҙған йылға йомғаҡ яһау яңылыҡ түгел

Мәләүез индустриаль колледжында сираттағы техника тикшереүе һәм автотранспортты хәүефһеҙ ҡулланыуға арналған кәңәшмә үтте. Сара райондың ауыл хужалығы тармағы инженерҙары, фермер хужалыҡтары, ҡала предприятеларының механиктары һәм белгестәре ҡатнашлығында уҙҙы.

Район-ҡала дәүләт техник күҙәтеүе начальнигы Динис Иҫәкәев “2019 йылда техника күҙәтеүе уҙғарыу һәм ауыл хужалығы машиналарын хәүефһеҙ файҙаланыу” темаһына сығыш яһаны. Уҙған йыл 1500 техника тикшерелгән, етешһеҙлектәр буйынса административ яуаплылыҡ билдәләнгән. Республика буйынса агросәнәғәт комплексына ҡараған техника ҡатнашлығында 52 юл транспорты ваҡиғаһы теркәлгән, 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, ә район буйынса 8 махсус операция ойошторолған, бәхетһеҙлек осрағында бер кеше зыян күргән.

Уҡыу йортоноң өҫтәлмә белем биреү педагогы Фирҙәүес Сангишева үҙ сығышында 769 студент уҡыған колледжда һөнәри оҫталыҡты үҫтереү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Яңы уҡыу йылына 250 уҡыусы ҡабул итеү ҡаралған.

Дөйөм ятаҡта йәшәү шарттары заманса, колледждың матди-техник базаһын яҡшыртыу - иғтибар үҙәгендә. Диплом алған йәштәрҙе эш урындары менән тәьмин итеү ҡаралған, был бөгөн бигерәк тә мөһим. Ижади һәм спорт түңәрәктәре эшләй. Сығарылыш уҡыусылары киске уҡыуҙарҙа өҫтәмә һөнәр алыу мөмкинлегенә эйә.

Теманы колледж белгесе Рәмил Таштимеров дауам итте. Студенттар практиканы ҡала, ауыл хужалығы предприятиеларында үтә. Улар диплом менән өҫтәлмә 6-7 һөнәр  тураһында танытма ала. Дәрестәр аудиторияла ғына түгел, махсус полигон, техника паркында үтә, был белемде практик яҡтан нығытыуға булышлыҡ итә.

Шулай уҡ ауыл хужалығы идаралығы баш инженеры Ринат Бикбулатов, хеҙмәтте һаҡлау белгесе Андрей Николаев,  ЮХХДИ белгесе Иван Болотниковтарҙың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Кәңәшмәнең икенсе өлөшөндә техника оҫтаханаһы, уҡыу йорто буйлап экскурсия ойоштородло.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей