Яҙғы баҫыу эштәренә төштөләр
21 апреля 2022
Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра, тигәндәй, районыбыҙҙа иң яуаплы ауыл хужалығы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәренә старт бирелде.
Ерҙәр бер аҙ һурығыу менән иң тәүге булып “Восход-СТ” АП ЯСЙ-е, артабан “Урожай КХ ЯСЙ-е, “Агрохим” АП ЯСЙ-е, “ШЭ Г.М.Тахтаров” КФХ-һы механизаторҙары баҫыуға сығып, ужым культураларын өҫтәлмә туҡландырыуға тотондо. Әле хужалыҡтарҙа ужым культураларын өҫтәмә туҡландырыу (1300 гектарҙа эштәр теүәлләнгән), дым ҡаплатыу (200 га), күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыу (100 га) менән бер рәттән орлоҡ ағыулау (300 тонна) эштәре бара.