Яҙғы баҫыу эштәре дауам итә

Быйыл яҙ иртә килде: ҡояшлы көндәрҙә баҫыу-болондарҙа ҡалын ҡар ҡатламы бик тиҙ иреп юҡҡа сыҡты. Ошоғаса ҡыр өҫтөндә турғайҙар йыры ғына яңғыраһа, хәҙер был тауышҡа техника гөрөлдәүе лә ҡушылды. Район аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәрен башланы.

Быйыл районда яҙғы баҫыу эштәрененең дөйөм күләме 99 мең гектар тәшкил итә. Шуның 59,5 мең гектарын бөртөклө культуралар биләһә, 22,6 мең гектар майҙанда рапс, сөгөлдөр, көнбағыш, етен, соя кеүек техник культуралар сәселәсәк. Уның өсөн 8300 тонна орлоҡ кәрәк була.

“Ашҡаҙар”, “Трудовик”, “Иҙел, Салауат” исемендәге хужалыҡтар беренселәрҙән булып күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлауға, тырматыуға төштө.

“Заманса техника эште байтаҡҡа еңелләштерә: ике “Amazon” агрегаты ашлама һиптерә, “Агротон” тракторы тырмата. Тәүгеһендә 1200, икенсеһендә 450 гектар сәсеүлек эшкәртелде”, - ти “Ашҡаҙар” хужалығы етәксеһе Илдус Хәлитов. Ҡояш, ел дымды ялмап алғандай, тиҙ арала юҡҡа сығара, шуға көнө генә түгел, сәғәте лә ҡәҙерле. Яҙын сәсһәң, һаҙға сәс, тип боронғолар бушҡа әйтмәй бит. Арпа сәсеүгә лә бөтәһе лә әҙер. Механизаторҙар Венер Зөбәйеров, Александр Романов, баҫыуҙарҙы тырматыуҙа йөрөгән Михаил Коркушко, Олег Митрофанов, водителдәр Фәнил Рафиҡов, Антон Иванов яҙғы баҫыу эштәрен етеүен көтөп алды.

Салауат исемендәге хужалыҡта ла 600 гектар баҫыу ашланған, 400 гектар ер дымға ҡапланған. Күп яландарға инерлек түгел. Илдус Игбаев етәкселегендәге “Һабаш”бригадаһы һурыҡҡан баҫыуҙарға сыҡҡан. Азамат Йәрмөхәмәтов, Азат Ғәйнуллин, Владимир Григорьев, Ирек Бураншин, Рәмил Фәйзуллин, Фидан Әлимбаев, Азамат Ғәббәсовтар өсөн был осорҙа ял да, байрам да юҡ. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәҫ. Халыҡ әйтмешләй, йылы ғына килһен!

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей