Яҙ ҡояшы кеүек ихлас ағай

Кеше ниндәй айҙа тыуһа, күберәк шул миҙгелдең сифаттарына эйә була тигәндәрендә бер ни тиклем хаҡлыҡ барҙыр, моғайын. 1 мартта донъяға ауаз һалған бөгөнгө редакциябыҙ ҡунағы - районыбыҙ илһөйәре, Иштуған ауылы уҙаманы Урал Мөхәмәтшиндың холоҡ-фиғелендә лә яҙҙың иң матур һыҙаттарын күрергә була. Ҡояш кеүек киң күңелле, ярҙамсыл, яҡты йөҙлө, йылы һүҙле, ташҡын йылға кеүек ярһыу хисле, шул уҡ ваҡытта сабыр һәм ипле ағай яҡташтары араһында лайыҡлы абруй ҡаҙана. Күркәм юбилейы алдынан ул беҙҙә ҡунаҡта булып китте һәм беҙ бер нисә һорауыбыҙға яуап алырға өлгөрҙөк.

- Урал Ғиниәтулла улы, ошо көндәрҙә һеҙ матур юбилей датаһын билдәләйһегеҙ. Уны ниндәй тойғолар менән ҡаршы алаһығыҙ?

- Был сараны оло ҡыуаныс менән ҡаршы алам. Матур ғүмер бүләк иткәне өсөн яҙмышыма шөкөрана ҡылам тиһәм, барыһы ла аңлашылалыр. Ҡатыным Вәсиләгә рәхмәтлемен. Ул миңә береһенән-береһе матурыраҡ, аҡыллыраҡ, уңғаныраҡ өс ҡыҙ бүләк итте. Ейән-ейәнсәрҙәремә, улар миндә бишәү, тормош һәм хеҙмәт йылдарым тураһында һөйләр һүҙем барлығы менән дә бәхетлемен.

- Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында һеҙ иң ҙур стажлы, тәжрибәле. Башҡа төбәктәрҙә был өлкә башлыса ҡатын-ҡыҙҙар иңендә. Ә һеҙ уға нисек килеп эләктегеҙ?

- Был һорауға яуап бирер өсөн тормошомдоң ауыр осорон иҫкә төшөрөргә тура килер, ахырыһы. Ауыл хужалығы техникумында уҡып йөрөгән осорҙа бер-бер артлы атай-әсәйемде юғалттым. Диплом алып ауылға ҡайтҡас, эшһеҙ йөрөгән осорҙа район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рәшит Хисмәтуллин ауыл клубы художество етәксеһе вазифаһын тәҡдим итте. Һеңлеләрем янында булыу, уларҙы ҡарау өсөн уңайлы эш булыр тип, ризалаштым. Шулай итеп, мин хеҙмәт биографиямды мәҙәниәт өлкәһендә башлап ебәрҙем. Оҙаҡ эшләргә тура килмәне - бригадир ярҙамсыһы итеп эшкә алдылар һәм колхоздың комсомол секретары итеп һайлап ҡуйҙылар. Ете-һигеҙ йылдан мине партком секретары вазифаһына үрләттеләр. Илдә демократик үҙгәрештәр башланғас, партия өлкәһендә эшләгән етәкселәрҙе эштән бушаттылар. Кем ҡайҙа эш таба шунда урынлашырға тәҡдим иттеләр. Мин оҙаҡ уйлап торманым, хужаһыҙ торған ауыл клубы етәксеһе дилбегәһен кейҙем һәм ошоғаса һайлаған юлыма тоғро ҡалдым.

- Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән халҡыбыҙҙың мәҙәни ҡиммәттәрен һаҡлауға, байытыуға булышлыҡ итәһегеҙ, йәш быуынға халыҡтың бай рухи тәжрибәһен тапшыраһығыҙ. Был эштә иң беренсе һеҙ кемгә йәки нимәгә таянаһығыҙ?

- Һәр башланғысымда ғаиләм терәк булды, тиһәм бер ҙә хата булмаҫ, моғайын. Хәләл ефетем мәҙәниәтте яҡшы аңланы. Шулай уҡ Зәлиә Камалетдинова, Гөлназ Солтанғолова, Айгөл Ҡунаҡбаева һәм уларҙың тормош иптәштәре кеүек фекерҙәштәремә иҫәп тоттом. Халыҡ ижады өлгөләренә, сәнғәтенә, ауылымдың өлгөлө, татыу ғаиләләренә таяндым. Йыл һайын үткәрелеп, матур йолаға әүерелгән сараларыбыҙҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында “Йәгеҙ әле!” конкурсын атарға мөмкин. “Ҡатын-ҡыҙҙар сере”, “Фитнес” түңәрәктәре эшләй. Шулай уҡ дини йолаларға, әҙәп-әхлаҡҡа нигеҙләнгән “Рухи хазина” төркөмө популярға әйләнә бара.

- Иштуған һыуһаҡлағысы төҙөлмәй ҡалыуында, дөрөҫөрәге ауылдың имен ҡалыуында һеҙҙең өлөш бик ҙур тип әйткәндәрен ишеткәнебеҙ бар. Ошо хаҡта бер аҙ һөйләп үтмәҫһегеҙме икән?

- Өлөшөм ул хәтле ҙур тип әйтә алмайым. Тик шулай ҙа ауылыбыҙҙың ысын патриоттары Рәфис Әлмөхәмәтов, Сынбулат Байрамғоловтарға эйәреп, ҡулдан килгән бөтә сараларҙы ҡулланырға тырыштыҡ. Һыуһаҡлағыс ул ваҡытта тыйылған тема ине. Беҙ күтәргән проблемалар гәзит-телевидение аша халыҡҡа бик еткерелмәне. Яҙған мәҡәләләрҙе баҫтырыр өсөн баш мөхәррир кабинеттарын күп тапарға тура килде. Үҙебеҙҙең мәсьәләне күрһәтеп, юғары вазифалы етәкселәрҙе саҡырып республика кимәлендә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдары уҙғарыу, РСФСР, республика халыҡ депутаттарына мөрәжәғәттәр яҙыу, улар менән осрашыуҙарға барыу эҙһеҙ үтмәне. Төҙөлөш туҡтатылғас, Башҡортостан телевидениеһы аша ауылдаштарым, яҡташтарым исеменән алдынғы ҡарашлы ғалимдарыбыҙға, һыуһаҡлағысҡа ҡаршы ҡултамға ҡуйған меңәрләгән республика халҡына рәхмәт әйтеп сығыш яһау миңә насип булды.

Лена АБДРАХМАНОВА.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей