ЯРТЫ УҢЫШ ЙЫЙЫЛДЫ

Район баҫыуҙарында ураҡ эштəренең яртыһы тамамланды, тип əйтергə була. Кисəге көнгə ҡарата мəғлүмəттəр буйынса, дөйөм майҙандың 47 процентында урып-һуғыу эштəре башҡарылған.

Үҫтерелгән уңышты йыйып алыуҙа «А7 Агро», «Мәләүезфәнни-етештереү берекмәһе», «Искра», «Түкән», Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативтары игенселәре тырышып, көндө төнгә ялғап эшләй. Шулайуҡ Усманов, Алмашев, Мәзитов һәм Әҙеһәмов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эшсәндәре лә уңғанлыҡ күрһәтә.

- Ужымкультураларын урып һуғыу эштәре тулыһынса тамамланды, ә яҙғы культуралар 13 мең гектарҙа йыйып алынды, был эштәр дауам итә. Әле, ураҡ эштәре менән бер рәттән, район баҫыуҙарында ужым культураларын сәсеүҙә бара. Ул 5 мең гектарҙа башҡарылды, шулай уҡ 5 мең гектарҙағы баҫыуҙар туңға һөрөлдө. Алдағы аҙнанан кукурузды силосҡа һалыуҙы башларға торабыҙ. Аяҙ көндөң һәр сәғәтенең ҡәҙерен белеп эшләргә тырыша игенселәребеҙ, - ти район Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин.

Райондың Киров исемендәге хужалығында быйылғы ураҡ эштәрендә комбайнсыларҙан Марсель Буранов «Енисей» комбайнында, РишатМиңлебаев менән Әхмәт Рахманғолов «Нива» комбайнында, Илһам Ҡужаҡов менән Руслан Миңлебаев «Акрос» комбайнында уңышлы эшләй, водителдәрҙән АзатМәҡсүтов, Хаджимурад Ибраев, РәмилТаңатаров, Руслан Мәҡсүтов һәм башҡалар ашлыҡ ташыуҙа һәйбәт эшләйҙәр. Киров хужалығының Яҡут бригадаһы игенселәрелә тирләп-бешеп иген ура. Бик дәртле эшләй улар, нисек матур эшләмәйһең, яндарына ашнаҡсы РәсимәҠәҙерғолова менән водитель АзатАҙнабаев телде йоторлоҡ тәмле аштар килтерә, аштарын ашағас, үҙенән-үҙе тәндә дәрт уяна, беләктә көс арта. Комбайнсы Риф Мифтахетдинов менән шофер Рәмил Исхаҡов, игендең бөртөгөндә ҡалдырмай йыйып алабыҙ, тип дәртләнеп эшләп йөрөй.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей