Яратҡан эшкә лә йән тарта

Ҡотошта тыуып үҫкән Илһам Лоҡманов «Старт» крәҫтиән-фермер хужалығында  механизатор булып эшләй, әле бер туған ҡустылыры ла эргәһендә тырыша.

- Мәктәпте тамамлағас, фермала эшләп киттем, водителгә уҡып, төньяҡ тарафтарында йөрөнөм, әммә ҡан тарта, шуға күрә Башҡортостанға, үҙ яҡтарыма ҡайтырға булдым, хәҙер бында фермала эшләйем, - ти Илһам.

Хәҙер Илһам Лоҡманов киң йүнәлешле механизатор, тракторҙа, комбайнда ла йөрөй, сәсеүҙә лә, ураҡта ла ҡатнаша. Тормош иптәше Альбина менән матур донья көтәләр, ике ул үҫтерәләр. Радмир менән Ильназ балалар баҡсаһына йөрөй, ғаиләнең ҡайтыуына Альбина тәм-том әҙерләй.

300 баш һыйыр малы тәрбиәләнә, мал ҡараусы Рәсүл Лоҡманов Ҡотошта йәшәй. Ул үҙ эшен оҫта башҡара, бөтәһен дә ваҡытында үтәй, - ти хужалыҡ башлығы Илдус Маркс улы.

Ялан эштәре тамамланһа ла, фермала ҡыҙыу ваҡыт. Ит ризыҡтары урындағы баҙарға оҙатыла.

Тирмәндәре лә бар, он тарттырырға ситкә йөрөмәйҙәр. Бик оҫталар һәм егәрлеләр эшләй бында,шуға күрә уңыш та көттөрмәй.

 

Һүрәттә: Илһам Лоҡманов менән Рәсүл Лоҡманов эш урынында.

А. Теүәлбаева.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей