Яратҡан эш арытмай

“Толпар” ат-спорт комплексында бөгөн аттар һәм понилар. Бында ат яратҡан хеҙмәткәр уларҙы үҙҙәренеке һымаҡ ҡарай һәм һаҡлай.

Ат-спорт комплексының коллективы, Мәләүез тимер-бетон ҡоролмалары заводына,  Мәләүез шәкәр заводына ярҙамы өсөн рәхмәтле.

Килтерелгән ҡом манежға түшәлгән, сөнки күнекмәләр, уҙыштар ваҡытында аттар тояғы өсөн был бик мөһим.

Ат ҡараусылар иртәнге етенсе яртынан эш башлай. Малды режим буйынса ашаталар, торған урындарын таҙартып, эзбиз менән даими ағартып торалар, һолоно сиратлап бешекләп бирәләр. Эшсәндәр татыу, бер береһенә ярҙам итергә генә торалар.

Күп йылдар буйына тырышып эшләгән Надежда Фомина һәм бер ғаилә Татьяна һәм Әмир Смаҡовтар һәр аттың ҡайҙа торғанын яҡшы беләләр, уларҙы тәрбиәләүгә күп көс һалалар.

- Төрлө ваҡыт була, ауырлыҡтар онотола, яратҡан эшең булғас, - ти йылмайып Татьяна Смаҡова.

Зоотехника буйынса баш белгес Виктор Клоков, үҙ эшен яҡшы белә, кәрәккән эш, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай.

- Ат спорты комплексына халыҡ күп йөрөй, экскурсия үткәрәбеҙ, атта, пониҙа йөрөргә мөмкин, , фотосессия үткәрергә була, ҡыш көнө яңы йыл әкиәттәре ойошторола, майҙанға ла балаларҙы йөрөтөргә сана менән аттар ебәрелә ишектәр һәр ваҡыт асыҡ, рәхим итегеҙ, - тине Виктор Петрович.

Комплекстың директоры Михаил Разоренов ҡышҡылыҡҡа әҙерлек тураһында ла әйтеп үтте:

-  Аттарға ризыҡ етә, һоло бар, келәттәр тулы, тик бесәнде алырға тура киләсәк, сөнки уны һаҡларға урын юҡ, самалап ҡына һатып алырға тура килә.

Ат спорты комплексында һыбай йөрөргә теләүселәр, килегеҙ, өйрәнегеҙ һәм балаларығыҙҙы ла килтерегеҙ.

Һүрәттә: Татьяна Смаҡова - эш ваҡытында.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей