Яр буйында балыҡсы...

Һәр кешең төп һөнәренән тыш яратып башҡарған шөғөлө була. Ә егет кешегә иһә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Мерәҫ ауылынан Хәбибуллин Наилгә лә был һүҙҙәр тулыһынса тап килә.

Тырыш егет Красноярск өлкәһенең Норильск ҡалаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Һөнәре - иретеп-йәбештереүсе. Тормош иптәше Гөлнара менән Линар исемле ул һәм Лиана исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Буш ваҡыттарында Наиль ҡармаҡ тотоп йәмле Өршәк буйында балыҡ ҡармаҡларға ярата. "Талғын ғына аҡҡан һыуға ҡарап ултырыу бер аҙға ғына булһа ла донъя мәшәҡәттәрен онотоп торорға ярҙам итә. Күңелдәр тыныслана", - ти балыҡсы. Бына бөгөн дә уның "файҙалы ялы" бик уңышлы үткән. Бындай йәйендәр көн һайын эләгеп бармай бит! Шуға күрә балыҡсының да күңеле күтәренке.

Лилия Гайсина

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей