ЯҢЫ ЙОРТТА БӘХЕТЛЕ ҒҮМЕР КИСЕРЕРГӘ ЯҘҺЫН

“Донъяға һәр бала үҙ риҙығы, үҙ бәхете менән тыуа”, – тиҙәр халҡыбыҙҙа. Тәүге бәпесенең донъяға килеү бәхетен татығанда ла, икенсеһен, өсөнсөһөн, хатта заман ауырлыҡтарынан ҡуркып тор- май, тәүәкәлләп, бишенсе һәм унан да күберәк йән яра- лып, тәүге ауаҙын һалғанда ла күңелдәге бөтә ҡурҡыуҙарҙан өстөн сығып, өмөт сатҡылары яна: Раббым йән биргән сабыйға йүнен дә, риҙығын да бирер, бәхете лә үҙе менән булыр әле. Районыбыҙҙың Иҫке Ҡалмаш ауылында ғүмер итеүсе Рәмил һәм Ралия Акчуриндар ғаиләһе бер ҙә, өс тә түгел, ә туғыҙ тапҡыр кисергән донъяға яңы тормош бүләк итеү бәхетен. Белеүебезсә, һуңғы йылдарҙа ил, республи- ка һәм муниципаль райондарҡалалар етәкселеге тарафынан күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙең бик күп төрҙәре ғәмәлгә ашырыла. Был йәһәттән һәр төрлө социаль түләүҙәрҙән тыш, федераль, республика һәм муниципалитеттар кимәлендә ҡабул ителгән программаларҙың да һөҙөмтәле булыуын тормош үзе һәр даим иҫбатлап тора. Күптән түгел Ак- чуриндар шундай ҙур шатлыҡ кисерҙе: уларға 5 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә дәүләт ярҙамын күрһәтеү өсөн ҡабул ителгән “Күп балалы ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” республи- ка программаһы нигеҙендә йорт һатып алыу өсөн социаль түләү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырылды. Дәүләттең ошо матди ярҙамы менән улар рай- он үҙәгендә бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт хужалары бул- дылар. Рәмил Иҙиәт улы һәм Ралия Ка- мил ҡыҙы икеһе лә ошо ауылда, ишле ғаиләләрҙә тыуып үҫкән, бындағы мәктәптә белем алып, яҙмыштарын, тырыш хеҙмәттәрен тыуған яҡҡа айырылғыһыҙ бәйләгән. Әлеге ваҡытта икеһе лә “Октябрь” хужалығында тер- лекселек тармағында эшләйҙәр. “Балаларҙың иң өлкәненә 25, иң кесеһенә 4 йәш тулды”, – ти хәҙер инде өләсәй-олатай булыу шатлығын да татыған Акчуриндар. “Республика, район һәм Иҫке Ҡалмаш ауыл Советы биләмәһе етәкселәренә беҙҙең хаҡта шун- дай ҙур хәстәрлек күргәндәре өсөн бик тә рәхмәтлебеҙ. Был программала ҡатнашырга теләп, бишенсе балабыҙ тыуғас до- кументтар тапшырдыҡ. Хәҙер балаларға уҡыр өсөн дә, төрлө түңәрәктәргә йөрөр өсөн дә мөмкинлектәр арта. Бында йәшәр өсөн дә, баҡса үҫтерер өсөн дә, күпләп мал аҫырар өсөн дә бөтә шарттар ҙа бар. Һөйөнеп туя алмайбыҙ”, – улар. Беҙҙең ижади төркөмдөң был ҡәҙәр ишле ғаиләне ҡарауы ауыр түгелме һуң, тигән һорауыбыҙға икеһе лә: “Ауыр дип әйтмәҫ инек. Балаларҙың өлкәндәре кескәйҙәрен хәстәрләп, бербереһен ҡарай, ҡуҫты-һылыуҙарын тәрбиәләшә. Баҡса, йорт эштәрендә лә ярҙамлашалар, бәпкә һаҡлайҙар, ҡаҙҙар үҫтерешәләр, баҡса ҡарашалар”, – тинеләр. Ауыл биләмәһе хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса бел- гесе Алһыу Кудашева ла: “Ак- чуриндар — ауылдың тырыш, эшсән, берҙәм ғаиләләренең береһе. Ата-әсә балаларға яҡшы тәрбиә биреп үҫтерергә ынты- ла. Урта мәктәп уҡытыусылары ла был ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар тураһында тик уңай фекерҙә. Уларҙың ошо яңы, матур йорттарында бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ”, – тине. Уның теләктәренә беҙ ҙә ҡушылып, был күркәм ғаиләгә яңы нигеҙҙә яңы матур ғүмер кисе- реп, ата-әсәнең уртаҡ теләктәре ҡабул булып, балаларын бәхетле итеп үстереп, оло тормош юлына сығарырға яҙһын, тип теләйбеҙ.

 

Рәзилә Арыҫланова

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей