Яңы уңыш ҡабул итеүгә әҙерҙәр

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, Россельхозцентр һәм райондың ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәренән торған комиссия Раевка элеваторының ураҡҡа әҙерлеген тикшерҙе. Эксперт төркөмө предприятиеның бөтә биналарын – лабораторияларҙы, иген һаҡлағыстарҙы һәм склад биналарын ҡараны.

- Раевка элеваторы етәкселеге уңыш йыйыу кампанияһына йыл һайын ҙур яуаплылыҡ менән әҙерләнә. Предприятие коллективына рәхмәт, ул быйыл да үҙ дәрәжәһен төшөрмәй, ҙур эш күләме башҡарған. Территорияла тәртип, иген ҡабул итеү, киптереү һәм һаҡлауҙың бөтә технологик циклы тейешле талаптарға яуап бирә, ҡорамалдар һәм механизмдар көйләнгән, - тип билдәләне комиссия ағзалары.

Элекке йылдарҙағы кеүек, предприятие хеҙмәткәрҙәре янғын һүндереү буйынса уҡыу күнекмәләре барышында ла оҫталыҡ күрһәтте. Раевка элеваторы быйыл да юғары баһа алды - предприятиеның матди-техник базаһы яңы уңышты ҡабул итеүгә тулыһынса әҙер тип табылды.

Ошо көндәрҙә эшсе комиссия Аксен элеваторында - яуаплылығы сикләнгән “Икмәк базаһы” йәмғиәтендә лә булып киткән. Предприятиеның алда торған ураҡ осорона әҙерлеге шулай уҡ эксперттарҙың иң юғары баһаһын алған.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей