Ямғыр ял бирҙе

Районда сəсеү эштəре гөрлəп бара, тик һуңғы көндəрҙəге ямғырҙар ғына баҫыу эшсəндəренə əҙерəк тын алырға, ял итергə бирҙе. 14 майға ҡарата мəғлүмəттəр буйынса, район баҫыуҙарының 50 процентында, йəғни 35 442 гектарҙа сəсеү эштəре башҡарылған. Былтыр ошо ваҡытта сəсеүҙең 77 проценты тамамланған булған. - Быйыл дым күп булды, көндəр һыуыҡ торҙо, баҫыу ерҙəре һуңыраҡ өлгөрҙө, шуға күрə сəсеү эштəренə лə һуңлап төшөргə тура килде. «Мəлəүез фəнни-етештереү берекмəһе» республикала иң тəүгелəрҙəн булып, 16 апрелдə үк сəсеүгə төшкəйне. Улар үҙҙəренең барлығы 2716 гектар майҙанды билəгəн баҫыуҙарында сəсеүҙе тамамланы ла инде. 1085 гектарҙа — арпа, 654 гектарҙа борсаҡ, 977 гектарҙа көнбағыш сəстелəр. Мəлəүез шəкəр заводы ябылыу сəбəпле, был хужалыҡ быйыл тəүге тапҡыр шəкəр сөгөлдөрө сəсмəне. Шулай итеп, быйыл район хужалыҡтарында бер генə лə сөгөлдөр сəсеүсе юҡ. Район буйынса күрһəткестəргə килгəндə, бойҙай 7041 гектарҙа, арпа 7651 гектарҙа, һоло 5890 гектарҙа, борсаҡ 1076 гектарҙа һəм район хужалыҡтарының иң яратҡан культураһы — көнбағыш 13398 гектарҙа (54%) ҡара ер ҡуйынына кереп ятты. Шулай уҡ ауыл хужалығы хеҙмəтсəндəре ужым культураларына ашлама кертеү эше менəн дə шөғөллəнə. Аҙна дауамында тағы ла ямғырлы көндəр көтөлə. Шуға күрə беҙгə хəҙер һəр ҡояшлы, ҡоро көндө бөтə булған көстө һалып, сəсеү эштəрен тиҙерəк тамамларға тырышырға тура килəсəк. 25 майға иртə бөртөклө культураларҙы сəсеп бөтөрөргə кəрəк буласаҡ. Əлеге көндə «Искра» хужалығы 35%, «Киров» исемендəге хужалыҡ 45%, «А-7 Агро-БР» 33%, Түкəн хужалығы 56%, «Ватан» хужалығы 62%, «Аргус» 44% майҙандарында сəсеү эштəре башҡарған. Фермерҙар Əнүəр Усманов һəм Аклбек Альмашев 70%, Илшат Мəзитов менəн Радик Хəзғəлиев 72% майҙанда сəскəн. Элекке йылдарҙа Зəк-Ишмəт һəм Михайловка ауылдарының баҫыу ерҙəре һуңыраҡ өлгөрөү сəбəпле, сəсеүгə улар 2 аҙнаға һуңыраҡ төшə ине, быйыл иһə, киреһенсə, уларҙың ерҙəре тиҙерəк өлгөрҙө, - тип аңлатты райондың сəсеү барышы хəлдəрен баш агроном Айҙар Туйгилдин.

Розалия НАЗАРОВА 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей