Яландарҙа эш ҡайнай

Бөгөн мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле. “Сәйәхов” КФХ-һы ла аяҙ көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. 

МТЗ-82 тракторҙарында Илшат Шаһимырҙанов һәм яҙғылыҡ эшкә ингән Азамат Тимерғәлин (һүрәттә) бесәнде сабалар ҙа, йыялар ҙа. Радик Ирбулатов төргәкләп барһа, Артур Аҫылбаев һәр эштең уртаһында ҡайнай. 
Бөгөнгө көндә бесәнселәр Алтымөйөш яланының 17 гектарында сәселгән күстерә (костер) һәм кәзә үләндәрен сабып, төргәкләп бөткәндәр. Унан 100 тонна бесән сыҡҡан. Ошо уҡ яланда 4 гектар һәм Бойҙай күле тигән урында 10 гектар сабылған тәбиғи үләнде бөгөн-иртән йыя башлаясаҡтар. Бынан тыш, 8 гектарҙы сабыу, йыйыу эштәре көтә. 

- Үлән бешкән. Сәселгән үлән былтырғы кимәлдә, яҡшы үҫкән. Тик тиҙерәк сабып, ваҡытында ғына йыйырға кәрәк, – ти 3 тиҫтәгә яҡын тракторҙа йөрөүсе, шуның 10 йылдан ашыуын «Сәйәхов» КФХ-һында, уға тиклем «Ағиҙел» колхозының Мәһәҙей бригадаһында эшләгән тәжрибәле механизатор Илшат Шаһимырҙанов. 
Хужалыҡ етәксеһе Ф. Сәйәхов белдереүенсә, хужалыҡтың һыйыр, йылҡы малдарына етәрлек күләмдә бесән тупланасаҡ, һатыуға ла артып ҡаласаҡ. 

Д. БАЙНАЗАРОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей