Ялан батырына – лайыҡлы баһа

Быйыл республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырған “Шевроле Нива” автомобилдәренең асҡысын алған агросәнәғәт комплексының алдынғы хеҙмәткәрҙәре араһында Мәсетле районынан Марсель Мәүлихан улы Әҙиуллин да бар ине. Бар ғүмерен ауыл хужалығына арнаған ялан батырына ошо бүләктең тапшырылыуы ғәҙел ғәмәл булғандыр.

Марсель Мәүлихан улы Мәсетле районының Ключевой ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, урта мәктәпте Оло Ыҡтамаҡта тамамлай һәм хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Армиянан һуң Ярославка урта һөнәри белем биреү училищеһында тракторсы-машинист һөнәренә уҡый һәм 1995 йылда “Әй” совхозында хеҙмәт юлын башлай.

– Атайым – хеҙмәт ветераны Мәүлихан Хөрмәт улына 79 йәш. Ул ғүмер буйы механизатор булып эшләп, бар ғүмерен ауыл хужалығына бағышланы. Ғаиләбеҙҙәге биш баланың икәүһе уның юлын дауам итә. Әсәйем Рәхимә Хөрмәтулла ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар совхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, – тип Марсель Әҙиуллин ата-әсәһен оло хөрмәт менән телгә ала.

Ул 95-се йылдарҙа “ДТ-75” тракторында ер һөрөү, сәсеү эштәрен атҡара. Ул саҡта көнөнә 7,5 гектар баҫыу эшкәртеүгә өлгәшә.  “Рассвет” предприятиеһында механизатор булып эшләп ала. 2013 йылда Илдар Сәғит улы Ниғәмәтйәнов етәкселек иткән “Аҡтау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә эшкә урынлаша.

Әйткәндәй, “Аҡтау” йәмғиәте – республикала киң танылған хужалыҡ. Уның механизаторҙары уңыш йыйыу һөҙөмтәләре буйынса инде өсөнсө йыл рәттән республика Башлығынан “Шевроле Нива” автомобиле асҡысын ала: 2019 йылда – студент Илнар Ниғәмәтйәнов, 2020 йылда – Дмитрий Петкин, быйыл – Марсель Әҙиуллин.

– Марсель Мәүлихан улы – яуаплы эшсе, уның һүрәте райондың алдынғылар таҡтаһында тора. Эштә хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанған. Сәсеүҙә “К-700” тракторында, “Фиат” сәсеү комплексында эшләй. Механизаторҙар баҫыуҙы үҙҙәре һөрә, сәсә, ашлай, уңышты йыйып ала, – ти хужалыҡ етәксеһе Илдар Сәғит улы.

Хужалыҡтың 10 мең гектар май­ҙаны ауыл хужалығы ере булһа, уның ете меңе – сәсеүлектәр.

Быйыл Марсель Мәүлихан улы 1200 гектар майҙанда ашлыҡ урған. Ул йыл һайын ошондай күрһәткестәргә өлгәшә. Яңы һатып алған “Полесье-812” комбайнын уға ышанып тапшыр­ғандар.

– Быға тиклем үҙемдең еңел автомобилем булманы. Беҙҙең кеүек ауыл эшсәндәренә иғтибар итеп, “Шевроле Нива” автомобиле бүләк ит­кәндәре өсөн республика етәкселе­ге­нә рәхмәт белдерәм, – тип ҡыуа­ны­сы менән уртаҡлашты ялан батыры.

Марсель Әҙиуллин тормош иптәше Лариса Камил ҡыҙы менән 21 йыл ҡулға-ҡул тотоноп, татыу ғүмер итә. Ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, хәҙер улар ҙа үҙаллы тормош юлына баҫҡан.

Уңған механизатор Марсель Мәү­лихан улына киләсәктә лә хеҙмәтенән йәм табып, яңы уңыштарға өлгәшеүен теләйбеҙ.

"Башҡортостан" гәзите

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей