Ял итергə ваҡыт юҡ

Редакция эше буйынса Ҡотлоюл ауылында булғанда, машинаһы янында уралған «Искра» хужалығы водителе Надир Хəйбуллинды осраттыҡ. Сəсеү тамамланғандыр ҙа, был ниһайəт ял итəлер, тип уйлағайныҡ. Улай булып сыҡманы. Ул машинаһын йүнəтə икəн. «Əле химпрополкала йөрөйөм. Шуға күрə машинаны тиҙерəк йүнəтергə тырышҡан булам. Ҡый үлəне көтөп тормай бит. Сəсеү тамамланһа ла, ауыл хужалығында эш етəрлек, ял итергə ваҡыт юҡ. Кəрəк икəн үҙем водитель, кəрəк икəн иретеп йəбештереүсе лə мин. Аллаға шөкөр, донъя алға бара, колхозыбыҙ ҙа гөрлəп эшлəй. Ошо колхоз бөтмəһен инде, тип кенə торабыҙ. Бына Көйөргəҙе йылғаһы йылдан-йыл бөтөүгə табан бара, шул ғына борсоуға һала. Быуһындар ине шул йылғаны. Был турала район етəкселегенə күп тапҡырҙар əйткəнем бар, əлегə һөҙөмтə юҡ», - тип хəбəрҙəрен теҙҙе Надир Хəйбуллин, беҙҙе күргəс.

Р. ҒƏЛИЕВА

А. ХАЛИҠОВА фотоһы

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей