Яҡшы һөҙөмтәләр көтәбеҙ

Һəр кесаҙна һайын районда инвестсəғəт уҙғарыла. Кисə үткəн сарала район етəкселеге ике эшҡыуар менəн осрашып һөйлəште. «Аргус» яуаплылығы сиклəнгəн йəмғиəтенəн Наталья Коновалова маралдар һанын арттырыу һəм ферманы киңəйтеү буйынса проект тəҡдим иткəн. Шулай уҡ бында марал һəм ала-сыбар болан итен эшкəртеү цехы, пант ванналары менəн һауыҡтырыу комплексы төҙөү планлаштырыла. Əгəр ошо пландар тормошҡа ашырылһа, яңы 18 эш урыны барлыҡҡа килəсəк. 2019-2022 йылдарҙа башҡарып сығырға ниəтлəнгəн инвестицияларҙың дөйөм күлəме 58 млн һум тəшкил итə. Икенсе эшҡыуар — Вячеслав Гречушкин көнкүреш техникаһын берəмлəп һатыу менəн шөғөллəнə. Ул Көйөргəҙе районындағы бик күп ойошмалар һəм учреждениелар менəн тығыҙ хеҙмəттəшлек итə. Уға элек ҡуртымға алған бинаны алыу өсөн беҙҙəн ярҙам кəрəк икəн. «Беҙ эшҡыуарҙарға был идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө яҡлап ярҙам итергə тырышасаҡбыҙ. Уларҙың был пландарының уңышлы килеп сығыуын телəйбеҙ һəм тиҙҙəн тəүге яҡшы һөҙөмтəлəрҙе лə күрербеҙ, тип ышанам», - ти район хакимиəте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Юлай Ильясов.

Т. МОҠАСОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей