Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы – Лағырҙан

“Башҡортостан” гәзите үткәргән “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсы еңеүселәре билдәле булды.

21 апрель - Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзите социаль селтәрҙә конкурс иғлан иткәйне. Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, эшлекле 16 ауыл биләмәһе башлығы көс һынашты. Уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйгенең - үҙ ҡағиҙәләре. Шулай итеп, иң күп тауыш йыйған өс ауыл биләмәһе башлығы асыҡланды. Һәм I урынды Лағыр ауылы биләмәһе башлығы Ришат НИЗАМОВ яуланы.Ҡотлайбыҙ!

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей