Якшин Исмәғил Миңеғол улына! (Аургазинский район)

“Урал” ауыл хужалығы кооперативы идараһы, ветерандар советы хөрмәтле Якшин Исмәғил Миңеғол улын 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлай!
1950 йылдың 8-се апрелендә колхозсылар Миңеғол һәм Гөлнисә Якшиндар ғаиләһендә икенсе бала булып улдары Исмәғил донъяға тыуа. Миңеғол Аҙнабай улы биш йыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, батырлығы өсөн орден-миҙалдар менән наградланған фронтовик, Гөлниса Хәмиҙулла ҡыҙы “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән тыл хеҙмәткәре. Бөгөнгө юбилярҙың тыуған йылы ҡәһәрле һуғыш бөтөүгә ни бары биш йыл уҙған ваҡытҡа тура килә, әммә бар илдәге кеүек тормош ауыр, мохтажлыҡ кисергән мәлдәр, икмәккә туймаған саҡтар. Шулайҙа йәш ғаилә бәхетле, сөнки илдә тыныслыҡ, балалар тыуа, алда уларҙы үҫтереү, уҡытыу, оло тормош юлына сығарыу өсөн ал-ял белмәй эшләү мәшәҡәттәре. Ә балалар ысынлап та ата-әсәләренә рәхмәтле булып үҫтеләр.
Исмәғил ағай Мораҙым урта мәктәбен тамамлай, унан һуң 1967-1968 йылдарҙа Первомайский СПТУ-да тракторсы һөнәрен үҙләштерә. 1970-1972 йылдарҙа Совет армияһы сафында хәрби бурысын үтәй. 1969 йылдан колхозда тракторист булып хеҙмәт юлын башлай һәм 35 йыл буйына колхозыбыҙҙа һайлап алған һөнәренә тоғро булып тракторҙа эшләй. Исмәғил Миңеғол улы күп йылдар кукуруз, көнбағыш сәсте. Ваҡытында уларҙы сүп-сарҙан эшкәртеп, рәт араһына ашламалар кертеп, йылда мул уңыш алырға үҙ хеҙмәт өлөшөн индерҙе. Бик оҙаҡ йылдар мәрхүм Әхмәт Рамазанов ағай менән икәүләп ЖРС-4,9 иген сапҡысы менән бар колхоз игендәрен яҫмаға һалып, ул саҡтағы 12-18 комбайнға эш өлгөртә инеләр. Бесән ваҡытында Исмәғил ағайға беркетелгән күбә ҡойғос ПК-1,6 һәр ваҡыт төҙөк булды, был техниканы ҡуллана башлағас, күпме ҡул көсө, балалар ярҙамы мохтажлығы кәмене. Һәр ваҡыт эште еренә еткереп намыҫлы эшләнегеҙ, Исмәғил ағай. Һеҙгә беркетелгән трактор, уға тағылған ҡоралмалар һәр ваҡыт төҙөк, ҡараулы ине, иптәштәрең алдында һәр ваҡыт абруйлы булдың. Шуға ла 1994 йылды йәш белгестәр уҡып ҡайтҡансы, тракторҙар буйынса механик булыуыңды һораныҡ, ул эште лә ике йылдан артыҡ намыҫлы итеп башҡарып сығарҙың. Тырыш хеҙмәтегеҙ колхоз идараһы тарафынан күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән баһаланды.
Һеҙҙең Хәлимә Хәмзә ҡыҙы менән төҙөгән ғаиләгеҙ бына инде 48 йыл татыу, тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаилә. Тырышлыҡ, татыулыҡ, ғаилә ҡотон һаҡлау кеүек сифаттар һеҙҙең бар балаларығыҙҙа бар. Ильфат, Хәлиҙә, Сәлимгәрәй матур итеп уҡып, үҙҙәрен күңелдәре ятҡан эштәрендә таптылар. Һәр береһе ғаиләле, һеҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән шатландыралар. Бөгөнгө көндә балаларҙың иҫән-аман эшләүҙәре, 3 ейәнегеҙ, 4 ейәнсәрегеҙ Һеҙҙең иң ҙур ҡыуаныстарығыҙ!
Хөрмәтле юбиляр, Исмәғил Миңеғол улы! Һеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар, балаларығыҙҙың изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп тормош иптәшегеҙ Хәлимә Хәмзә ҡыҙы менән бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, тигеҙ ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ.

Источник: СПК Урал

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей