ЯБАЙЛЫҠТА – БӨЙӨКЛӨК

Киров исемендəге хужалыҡ элек-электəн уңған механизаторҙары менəн бар тирəяҡҡа билдəле. Улар араһынан төрлө орден-миҙалдарға, маҡтаулы исемдəргə, Башҡортостан Хөкүмəтенең Почет грамоталарына, Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булғандарҙы һанап сығыу өсөн генə лə əллə күпме урын кəрəк булыр ине. Быйылғы Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте эшсәндәре көнө алдынан тағы бер шатлыҡ кисерҙе кировтар: тракторсы Рәшит Миңлебаев элекке көнө, 31 октябрҙә, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Уны Өфөлә бүләкләнеләр. Рәшит - Ғәни ағайҙың күп балалы ғаиләһендә тыуған игеҙәктәрҙең береһе. Улар, Рәшит менән Ришат Миңлебаевтар, йәнтөйәктәренә тоғро ҡалып, бар хеҙмәт юлдарын Киров исемендәге хужалыҡта механизатор булып эшләүгә арнаны. Икеһе лә бик иртә ҡул араһына инде, эшләп үҫте. Рәшит Мораптал мәктәбен тамамлап, ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғас, әрмелә һалдат бурысын үтәп ҡайтты. Шофер һөнәренә уҡыны. Аҙаҡ «Беларус»та эшләй башланы. Комбайнсы һөнәрен дә еңел үҙләштерҙе. Ул техниканы бар йөрәге менән ярата. Шуға күрә эше лә уңа. Рәшит Ғәни улы Лира Салауат ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, өй һалды. Тормош иптәше менән икәүләп улы Илдарҙы, ҡыҙы Әлфиәне аяҡҡа баҫтырҙылар. Күп ауылдаштары кеүек ул - ябай ер кешеһе, бөтә хеҙмәте еңелдән булмаған көндәлек эштәрҙән тора: иртә яҙҙан көҙгә тиклем һөрә, сәсә, ура, йыя, тигәндәй. Ҡайҙа эш бар, ҡайҙа тиҙерәк ярҙам кәрәк, Рәшит шунда. - Эшләйем тигән кешегә тыуған колхозыбыҙҙа эш бар. Хужалығыбыҙ артабан да нығынып, үҫешһен, беҙгә алмашҡа килеүсе йәштәргә эш булһын. Колхоз рәйесе Рәмил Ғиләж улы Туҡаевҡа бик тә рәхмәтлемен. Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тигәндәй, механизаторҙарҙы бер ҡасан да эш хаҡынан өҙгәне юҡ. Ҡулыма алған аҡса мине ҡәнәғәтләндерә. Тормошомдо хужалыҡ тормошонан, баҫыуҙарҙан тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым. Беҙҙең Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативы республикабыҙҙа Советтар Союзы дәүеренән тарҡалмай һаҡланып ҡалған бармаҡ менән генә һанарлыҡ коллектив хужалыҡтарҙың береһе ул. Беҙ уны артабан да йәшәтеү, үҫтереү өсөн тырышасаҡбыҙ, - ти Рәшит Ғәни улы. Тап бына шундай уңғанлығы өсөн Рәшит Миңлебаев Республикабыҙҙың маҡтаулы исеменә лайыҡ булды ла инде.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей