Ветеринарҙарға – яңы автомобилдәр

Республиканың район һәм ҡалаларындағы ветеринар стан­ция­ларына, дәүләт вете­ринария хеҙмәт­кәрҙәренә 100-гә яҡын берәмек автомобиль тапшырылды. Салауат районы ветеринар стан­цияһы ла ике яңы автомобиль алды.
Ветстанция начальнигы Тимур Камалетдинов әйтеүенсә, уларҙың береһе махсус “УАЗ” машинаһы булһа, икенсеһе – “Лада-Ларгус” еңел автомобиле. Быға тиклем станцияға һуңғы тапҡыр яңы автомобиль 2000 йылда ғына бирелгән булған.
Бөтә автомобилдәр ҙә ветеринар ҡануниәт тарафынан ҡаралған сифатҡа ярашлы йыһазландырылған. Машинала дезинфекция саралары уҙғарыу өсөн шарттар булдырылған.
Ветстанцияның автопаркы яңырыуы райондың агросәнәғәт өлкәһе  үҫешенә, малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ тармағының тотороҡло эшенә ярҙам ғына итәсәк.

Лиана МӨҒИНОВА.

Һүрәттә: ветстанция водителе Виктор Гусев яңы автомобиль янында.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей