Ветеринар хеҙмәтенең торошо

Ветеринар хеҙмәтенең торошо

 

Районда эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин булып китте. Район хакимиәте мәғлүмәтенә ярашлы, уның килеүенең маҡсаты ауылдарҙағы ветеринар участкаларҙы һәм уларҙағы ремонт эштәрен тикшереү ине. Арҡауыл һәм Лағыр ветеринар участкаларына эшләнгән капиталь ремонтты ҡарап сыҡҡас, Азат Салауат улы Сулпан һәм Лағыр ауылдары үләт соҡорҙарын хеҙмәтләндереүгә һәм уларҙың торошона баһа бирҙе. Һуңынан Азат Йыһаншин Салауат район ветеринар станцияһы коллективы менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда район башлығы Марс Кашапов та катнашты.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей