Ветеран труда Месягутовского совхоза
Камалова Хәмиҙә Зәйнетдин ҡыҙы Мәсетле районы Мәләкәҫ ауылында 1929 йылдың 10 ғинуарында донъяға килгән. 1936 йылда беренсе классҡа уҡырға бара.
Бишенсе классты Оло кыҙылбай ауылына барып уҡып бөтөрә алманыҡ, һуғыш башланып китте, - тип хәтерләй Хәмиҙә Зәйнетдин ҡыҙы.
Бөйөҡ Ватан һуғышы йылдарында үҫмер генә килеш хеҙмәт юлын башлай. Урман ҡырҡыуҙа, ырҙын табағында эшләй, йәйен бесәнен саба. Ауыр була, ләкин быларҙың барыһы ла Еңеү өсөн эшләнә. 1948 йылда ошо уҡ ауылға Йәнсүр ағайға кейәүгә сыға. Дүрт ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Артабан Хәмиҙә апай хеҙмәт юлын Мәсәгүт совхозында төрлө эштәр башҡарыусы булып дәүам итә. Ул балалар тәрбиәләргә лә, гектары менән сөгөлдөр үҫтерергә лә, мал – тыуар ҡарарға ла өлгөрә.Хәмиҙә апай оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле лә тәмле итеп шәңгәләр бешерә, икмәҡ һала.