Ветеран труда колхоза "Комсомолец"

Миндибаева Нәжибә Ғәзиз ҡыҙы 1931 йылдың 14 майында Мәсетле районы Тайыш ауылында тыуа. Атаһы Ғәзиз Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғала. Әсәһе Камила 8 бала менән тороп ҡала. Аслыҡ, яланғаслыҡ. Ауыр йылдар башлана 1942-1943 йылдарҙа башта 2 апаһы, әсәһе тағын 2 апаһы, иң аҙаҡтан Кәрәмәт исемле ағаһы үлеп китә. Ғаиләлә атай-әсәйһеҙ 2 ҡыҙ бала, бер ир бала ҡала. Ул ваҡытта Нәжибәгә ни бары 9-10 йәштәр самаһы була. Үҙенән өлкәнерәк апаһы менән йәшәп, һыйырҙан өҙөлмәйенсә тамаҡ туйҙырып, кейенеп йәшәп китәләр. 1941 йылғы ҡустылары Тимерғәзе сабый ғына килеш улар ҡулында ҡала. Апаһы ла кейәүгә сығып китә. Ҡустыһы Нәжибә ҡулында. Тик ул бирешмәй. Тырыш бала булып үҫә, иркәһен ҡарай, һыйырын тота. Һөт- майҙан өҙөлмәй, хатта май һатып, өҫ - баштарын да бөтәйтә.
1947 йылда Ғүмәр ауылы егете һуғыштан имен ҡайтҡан Ибраһим Забихуллинға кейәүгә сыға. Бәләкәйҙән колхоз эшендә сыныҡҡан Нәжибә "Комсомолец" колхозында ла ал-ял белмәй эшкә сума. Колхоздың барлыҡ эшендә лә алдынғы, тырыш була. Йәй көндәрендә бесән сабыу, йыйыу, ашлыҡ елгәреү, тейәү кеүек эштәрҙә алдынғылыҡ бирмәй.
Ошо тырыш хеҙмәттәре өсөн хөкүмәт тарафынан бирелгән наградалар иҫәпһеҙ.
Бөгөнгө матур тормошто күрә алманы, еңгә, бөтә тырышлығын һалып илебеҙгә хеҙмәт итте, рәхмәтлебеҙ, урыны ожмахта булһын, оло хөрмәт, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей