Үҙмәшғүл булыу отошломо?

Үҙ эшен асырға теләгән бизнесты теркәү варианттарын өйрәнгәндәр “Үҙмәшғүл булыу отошломо?” тигән һорау бирә. Шул уҡ ваҡытта республикала үҙмәшғүлдәр һаны арта. Бер йыл элек Мәсетле районында ғына уларҙың һаны 216 ине, бөгөн – 528.

Һүҙ – тәжрибә рәүешендә илдә тәүге тапҡыр 2019 йылда, беҙҙең төбәктә 2020 йылда индерелгән айырым һалым режимы тураһында, аныҡлап әйткәндә – “Профессиональ килемгә һалым” йәғни НПД – налог на профессиональный доход. Ул – табыш алырға теләүселәр һәм һалым мәсьәләләренән ҡурҡмаусылар өсөн яраҡлы. Мәҫәлән, репетитор йәки компьютер оҫтаһы “күләгәнән сығып”, эшен үҙмәшғүл булып рәсмиләшкәндә, мөмкинлектәрен киңәйтә ала. Бының өсөн “Минең һалымым” ҡушымтаһында һоралған мәғлүмәттәрҙе яҙып, селфи яһарға, документты сканерларға һәм отчетһыҙ, декларацияһыҙ, уңайлы һалым ставкаһы буйынса асыҡ эшләй башларға мөмкин: физик шәхестәр – дүрт, юридик шәхестәр алты процент түләй. Үҙ эшен яңы башлаусылар өсөн ун мең һумлыҡ һалым ҡайтармаһы ҡаралған, уны һалым ставкаһын дүрт проценттан өс процентҡа һәм алтынан дүрткә тиклем кәметеүгә генә тотонорға мөмкин.
Профессиональ килемгә һалымдың ыңғай яҡтары иҫәбендә – һығылмалы график һәм донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә эшләү мөмкинлеге. Онлайн-касса ла, махсус иҫәп тә кәрәкмәй – аҡса шунда уҡ картаға күсә. Бер ай йәиһә унан күберәк ваҡытҡа эшмәкәрлекте туҡтатып торғанда, һалым түләү талап ителмәй. Пенсия фондына иғәнәләр – ирекле нигеҙҙә, мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса медицина ярҙамы өҫтәмә түләүһеҙ күрһәтелә. Үҙмәшғүллекте ялланып эшләү менән бергә алып барырға рөхсәт ителә. Профессиональ килемгә һалым яҡлылар эре заказсыларҙың һатып алыуҙарында ҡатнаша ала, Ozon һәм Wildberries кеүек маркетплейст майҙансыҡтарында ташламалы шарттарҙа үҙ продукцияһын һатыу мөмкинселеге бар, ә иң мөһиме – бәләкәй бизнес өсөн дәүләт ярҙамы сараларына иҫәп тота ала.
Шулай ҙа сикләүҙәр ҙә бар – йыллыҡ килем 2,4 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ үҙмәшғүлдәр хеҙмәткәр яллай алмай, файҙалы ҡаҙылмалар сығара алмай, акциз һәм мотлаҡ маркировка менән тауарҙар һатмай (мәҫәлән, дарыу йәиһә аяҡ кейеме) һәм бер нәмәне лә һатып алып ҡайтанан һата алмай – тик үҙең етештергән продукцияны ғына һатырға мөмкин: эксклюзив кейем-һалым, мебель, биҙәүес һәм башҡа әйберҙәр. Эштән киткәндән һуң ике йыл эсендә элекке эш биреүсе менән хеҙмәттәшлек итергә ярамай, ә заказсы менән үҙмәшғүл араһында гражданлыҡ-хоҡуҡи характерҙағы килешеү хеҙмәт килешеүен хәтерләтергә тейеш түгел, юғиһә һалым хеҙмәтенең һорауҙары килеп тыуасаҡ. Шулай уҡ отпускыға йәки эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына түләнгән социаль түләүҙәр булмай һәм профессиональ килемгә һалымды һайлаусыларға һалым ҡайтармаһы (дауаланыу, белем алыу һәм башҡа) ҡаралмаған, сөнки уларҙың килеменә НДФЛ һалынмай.
Үҙмәшғүлдәр өсөн эшмәкәрлек төрҙәренең тулы исемлеген “Минең һалымым” ҡушымтаһында табырға мөмкин. Дөйөм алғанда, һалым режимының нескәлектәре етерлек, уларға тулы яуапты үҙмәшғүлдәр рф, samozanyatost.ru һәм “Үҙмәшғүллек – ҡулланыу буйынса инструкция” махсус өйрәтеү модуле булған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бизнес-навигаторы сайтында табырға мөмкин. Сайтта дәүләт хеҙмәттәре аша авторизация үтеү талап ителә, бында ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәт, ҡушымтала теркәлеүҙең аҙымлы алгоритмы, видеодәрестәр, һатып алыуҙар тураһында мәғлүмәт һәм “был тормош”тан төрлө мәсьәләләр буйынса аңлатмалар табырға мөмкин.

Илшат Хәсәнов, бизнес-шериф, район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре һәм иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары:
– Дәүләт үҙмәшғүлдәрҙе эшҡыуар булараҡ ҡарай. Йәғни улар бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары менән файҙалана ала. Минеңсә, был – төп ҡарар. Унан да бигерәк, эшҡыуарлыҡ буйынса милли проект сиктәрендә үҙмәшғүлдәргә булышлыҡ итеү маҡсатында “Үҙмәшғүл граждандарға эшмәкәрлек алып барыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу” тип аталған айырым тармаҡ бүленгән.
Бөгөн райондың үҙмәшғүлдәре бизнесты үҫтереү өсөн льготалы шарттарҙа туранан-тура финанс алыу мөмкинлегенә эйә – микрозаём, гарантиялы ярҙам, грант, субсидия, һәм тура булмаған – белем алыу, электрон ҡултамға ҡуйыу, күргәҙмә һәм башҡа сараларҙа ҡатнашыу буйынса бушлай күрһәтелгән хеҙмәттәр алыу мөмкинселеге бар.
Үҙмәшғүлдәр, эшҡыуарҙар кеүек үк, үҙ эшен үҫтереү буйынса бөтә һорауҙар менән шәхсән килеп йәиһә 8-917-459-14-83 телефон һандары аша мөрәжәғәт итә ала (whatsapp аша ла мөмкин).

Асия Иҡсанова:
– Йога студияһын асыу өсөн миңә бизнесты теркәү мәсьәләһе килеп баҫты. Төп эшем булғанлыҡтан, үҙмәшғүл булараҡ теркәлдем. Махсус һалым режимы тулыһынса легаль эшләргә мөмкинлек бирә. Мин ҡушымтала эшләйем, унда клиент күпме түләгәнен күрһәтәм, система автоматик рәүештә бер айҙағы һалымды иҫәпләй. Чектар ҙа үҙ аллы формалаша.

Юлиә Теплых:
– 2020 йылда полиграфия хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса эшмәкәрлекте рәсмиләштерҙем. Минеңсә, үҙмәшғүллектең берҙән-бер етешһеҙлеге – хеҙмәт килешеүе буйынса хеҙмәткәр ялларға ярамауы. Профессиональ килемгә һалымдың түбән ставкаһы һәм отчетһыҙ эшләү – үҙмәшғүл сифатында теркәлеүҙең өҫтөнлөгө булып тора. Шулай уҡ теркәлеү һалым хеҙмәте яғынан һорауҙар тыуҙырмай. Тикшереүҙәрҙән ҡурҡмай, рекламаны асыҡ урынлаштырырға һәм потенциаль заказсылар даирәһен киңәйтергә мөмкин.

Лариса Михалькова

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей