Үҙгəрештəр индерəсəк

Яңы йылдан ерҙəр республика ҡарамағына бирелə, һуңламаҫ борон бесəнлектəр, көтөүлектəр юллап ҡалығыҙ, ошоноң кеүек иҫкəртмəлəр йыл əйлəнəһенə халыҡҡа еткерелеп торҙо. Халыҡ тулҡынлана башланы, күп һорауҙар барлыҡҡа килде. Ер мəсьəлəһенə асыҡлыҡ индереү, барлыҡ һорауҙарға яуаптар табыу маҡсаты менəн районыбыҙҙың муниципаль һəм ер контроле буйынса баш инспекторы Юлиə Ниғмəтуллина менəн əңгəлəмəштек.

- Һуңғы арала ер мəсьəлəһенə бəйле һорауҙар барыһын да ҡыҙыҡһындыра, тулҡынландыра башланы, был нимəгə бəйле?

- 2021  йылдың 1-се  көнөнəн, ергə ҡағылышлы федераль закон рəсмилəшə.  Был  законға  ныҡлап, етди ҡараш менəн ҡараһаң, ул ҙур үҙгəрештəр   индерəсəк.   Юлланып алынмаған хужаһыҙ ерҙəр, əле район ҡарамағында булһа, яңы йылдан һуң улар республикаға күсəсəк. Шуға күрə, ошо йыл аҙағына тиклем кемдəрҙең аренда ваҡыты аҙағына етеп килə, ҡайһы ауыл билəмəлəре көтөүлектəр, бесəнлектəр юлламаған барыһын да өлгөрөп ҡалырға саҡырҙыҡ, иҫкəртеп торҙоҡ.

- Яңы үҙгəрештəр ниндəй ҡурҡыныслыҡ тыуҙыра? Ер юллап алыуы ауырыраҡ буламы, йəки бөтөнлəй ер алып булмаясаҡмы?

- Ер юллау мəсьəлəһе ауырыраҡ буласаҡ, ерҙəр республика ҡарамағына  күсеү  сəбəпле,  райондың  ғына ризалығы  менəн  эш  итеп  булмай, республиканан да ризалыҡ алырға кəрəк  буласаҡ.  Сөнки  ер  буйынса, бөтə хоҡуҡтар республика ҡарамағына күсə.

- Районыбыҙҙың   ҡайһылыр ауылында, бесəнлеген юлламаған кешегə бының ҡурҡынысы бармы?

- Əлбиттə, бөгөнгө көн менəн йəшəү, хаталы ҡараш. Ғүмер буйы ошонда бесəн саптым, бынан ары ла шул уҡ ерҙə бесəнемде сабасаҡмын, кемгə кəрəк минең ерем, тип уйлап күбеһе яңғылыша. Əгəр ҙə ул ер юлланып алынмаған икəн, тимəк ул хужаһыҙ, тимəк яңы йылдан һуң ул республика ҡарамағына күсə һəм телəгəн береһе, ул ерҙе үҙ ҡарамағына юллап алып ҡуллана ала. Ул кеше республиканан мы, əллə бөтөнлəй Рəсəйҙең берəй ҡалаһынанмы, быныһы мөһим түгел.

-  Бесəнлектəрен  халыҡ  хəҙер нисə  йыл  рəсмилəштерə,  хатта бер ара кешелəрҙе шомға һалып, йəһəт кенə бесəнлектəрен юллата башлағандар ине, районыбыҙҙа юлланмаған  бесəнлектəр  ҡалдымы?

- Эйе бындай ваҡыт булды, беҙ кешегə яҡшы яғын уйлап, бесəнлекһеҙ ҡалмаһындар  тип,  был  эштəрен тиҙерəк атҡарып сығырға саҡырҙыҡ, шуға ҡарамаҫтан, юлланмаған ерҙəр, бихисап. Күбеһе юллап алмаһа ла ҡуллана һəм артабан да ҡулланасаҡмын тип уйлай.

- Ə бəлки, ерҙəрен һалымдарҙан ҡурҡып  юлламайҙарҙыр?  Бесəнлектəр өсөн һалым нисə һум?

- Налогтарҙан  ҡурҡып  ултырмаҫ кəрəк, ерҙəрҙе законлы рəүештə ҡулланһағыҙ үҙегеҙгə лə тынысыраҡ булыр. Бесəнлектəр өсөн налог ҙур түгел, яҡынса йылына 200 һумдан алып, барыһы ла, ерҙе ниндəй маҡсатҡа юллап алыуҙан тора.

- Көтөүлектəрҙе лə юллап ҡалырға тигəне кемдəргə ҡағыла? Шулай уҡ һəр кеше үҙенə көтөүлек юлларға тейешме?

- Урындағы үҙидаралыҡ органдары комиссияһы менəн көтөүлектəрҙе ябай халыҡ юлламай, ауыл советы билəмəлəре  юллап  алырға  тейеш тигəн  ҡарарға  килдек. Ауылдарҙың көтөүлектəре өсөн ерҙəрҙе билдəлəп алалар ҙа, шул ерҙəрҙе рəсмилəштереп  алалар.  Ауыл  халҡы  һуңынан көтөүлекһеҙ ҡалмаһын өсөн эшлəнə. Был эштəрҙең осона шулай уҡ, яңы йылға тиклем сығып етергə кəрəк. Бөгөнгө көндə Шəбағыш, Яҡшымбəт, Ленин, Илкəнəй, Мораптал ауыл билəмəлəре генə көтөүлектəрен юллап бөттө, ҡалғандар ҙа ҡалышмай, кəрəкле ҡағыҙҙарын тапшырып ҡуйыусылар, яңы йылға тиклем был эште тамамлап өлгөрəсəк.

- Бесəнлектəрҙе тиҙерəк юллау нимəнəн тора? Ауыл билəмəһе хакимиəте башлығының етеҙ булыуынанмы?

-  Əлбиттə,  был  эште  атҡарып сығыуҙа етеҙлек тə мөһим, шулай уҡ сығымдар яғы ла ҡаралған. Сығымдар ерҙең  күлəменə  һəм  бүлемдəренə ҡарап билдəлəнə. Мəҫəлəн, Яҡшымбəт ауыл билəмəһендə 12 ер бүлеме булһа, Шабағыштарҙа 5. Əлеге көндə ауыл билəмəлəре был эштə əүҙем ҡатнашалар.

- Закон яңы сығарылған ваҡытта, август айҙарында, халыҡ баш күтəреп: «Ерҙəребеҙҙе талап алалар»,- тип зыҡ ҡупҡайны. Был һүҙҙəр ысынбарлыҡҡа тура килəме?

- Юҡ был яңғылыш ҡараш, əгəр ҙə һин  үҙеңə кəрəк ерҙе юллап, рəсмилəштереп алғанһың икəн, уны һинəн бер нисек тə талап ала алмайҙар.

- Ə ни өсөн барыһын да элеккесə ҡалдырмаҫҡа, ерҙəргə ҡағылышлы хоҡуҡтарҙы  район  етəкселəренəн алырға булдылар?

- Беренсенəн был ныҡлы контроль өсөн  булдырылһа,  икенсенəн  коррупцияға ҡаршы көрəш өсөн булдырылған. 

-Аңлауыбыҙса юлланған көтөүлектəр, бесəнлектəр үҙебеҙгə ҡала, беҙҙəн уларҙы талап алмайҙар, шулай булғас был закон тормошҡа ашырылыуы беҙгə бер нисек тə ҡағылмаясаҡ, кемдəргə һəм ниндəй ҡурҡыныс янай һуң улай булғас?

- Юлланған ерҙəргə берəү ҙə дəғүə итə алмай. Был закон, ҡабатланып əйтəм, юлланмаған ерҙəргə генə ҡағыла. Мəҫəлəн, билдəле ер бүлемен беҙ ябыҡ комиссия менəн генə ҡарап, кешегə ҡулланыуға тапшыра инек, ə хəҙер был асыҡ мəғлүмəт булып тора һəм кемгəлер эшкəртер өсөн ер кəрəк икəн, ул картанан инеп ҡарай ҙа, ҡайһы ер буш, хужаһыҙ тора, шуны (аукцион аша, ə улар ер идаралығы ризалығы менəн генə уҙғарыласаҡ) үҙенең ҡарамағына ала.

- Район буйынса юлланмай ҡалған ерҙəрҙе гектар менəн əйтə алаһығыҙмы? Һəм ниндəй ерҙəр юлланмаған?  Район  өсөн  мөһим булған карьерҙар ере юлланғанмы?

- Юҡ, ундай мəғлүмəтте теүəл генə əйтə  алмайым.  Карьерҙар  барыһы ла  рəсмилəштерелгəн.  Район  өсөн мөһим булған, килем килтергəн бар ерҙəр ҙə юлланып бөттө. Юлланмай ҡалған ерҙəр өс төркөмгə бүленгəн: ауыл хужалығы, торлаҡ төҙөү һəм автомобиль юлдары ерҙəре.

- Ситтəн килгəн телəһə ниндəй кеше ауылдан ер юллап алып, өй төҙөп йəшəй аламы?

- Эйе, картанан ҡарай ҙа, закон яғынан барлыҡ ҡағиҙəлəрҙе үтəп, ер һəм мөлкəт мөнəсəбəттəре министрлығынан һəм Көйөргəҙе районы хакимиəтенəн ризалыҡ алып, хужаһыҙ торған, юлланмаған ерҙе юллап алып, йорт төҙөй ала.

- Беҙҙең ҙур «Искра», «Киров» кеүек ауыл хужалыҡтарына бер ниндəй ҙə ҡурҡыныс янамаймы?

- Юҡ, уларҙың ерҙəре рəсмилəштерелгəн. Кемдəрҙең килешеү ваҡыты аҙағына етеп килə барыһын да шылтыратып,  килешеүҙəрен  оҙайтырға саҡырҙыҡ. Был мəсьəлəлəрҙең осона сығып барабыҙ, шуға күрə был үҙгəрештəр беҙгə кире яҡтан ҡағылмаҫ тип уйлайбыҙ.

- Тағы ошондай мəсьəлə ҡыҙыҡһындыра, миҫал өсөн, йəшəй  ти  бер  кеше,  ата-бабаларынан ҡалған йортта , уның был өйгə бəйле бер ҡағыҙы ла юк ти, үҙ ғүмерендə был йортҡа хоҡуғын теркəмəгəн ти. Шунан берəү килеп, был ерҙең хужаһы юҡ икəн тип, йортто һүтеп алырға ҡушып, үҙенə ала аламы?

- Юҡ, был мөмкин түгел, сөнки, был ерҙə күсемһеҙ миллек тора (гараж, мунса, йорт), был миллекте документаль юллап алмайынса, ул торған ер аукционға ҡуйылмай. Был йорт 50-60 йылдарҙа төҙөлгəн, документ буйынса хужаһыҙ булһа ла, асыҡлыҡ картаһында, архивта ул бар. Беҙ архивтан ҡарағас  был  йорттоң  бер  ниндəй  ҙə хужаһы  табылмай икəн, уны ауыл билəмəһе һатып ала, барлыҡ ҡағыҙ эштəрен башҡара, шунан һуң ғына һатыуға ҡуйыла. Ə телəһə кем килеп, был йорттоң хужаһы ла юҡ, ҡағыҙҙары ла тип, уны емереп өй төҙөй башлай алмай. Был бик ҡатмарлы эш, осона сығыуы ла еңел түгел. Ҡайһы берəүҙəр суд ҡарары менəн законлаштырылып алалар, төрлө кешенең төрлөсə була.

- Əгəр ҙə ата-бабаларының ҡағыҙ буйынса юлланмаған йор-тона берəй балаһы ҡайтып йəшəр-гə йыйынһа, ул ҡайтып хужа була аламы?

- Эйе, сөнки ул, телдəн генə булһа ла, был йортто мираҫҡа алған булып сыға. Архивтарҙы ҡутарып, был йорт-та уның ата-бабалары тыуып үҫеүен, йəшəүен нотариустар аша раҫлап алырға була.
 

- Халыҡтан ергə бəйле ялыуҙар килəме, улар нимəгə бəйле?

-Күбеһенсə, үҙ белдектəре менəн яулап алған ерҙəргə бəйле ялыуҙар килə. Мəҫəлəн, берəү үҙенең юл-ланған еренəн тыш, өй эргəһендəге тыҡырыҡты ябып ҡуйып ҡулланыуға алған, йə иһə бесəн алып ҡайтып иха-таһының тышына ҡуйған, шулай уҡ йорт һалғанда тейешле еренəн сығып төҙөгəн. Былар барыһы ла законды боҙоу тип һанала һəм яуаплылыҡҡа тарттырыла. Күбеһе шуны аңлап ет-мəй, беренсе тапҡыр беҙ иҫкəртəбеҙ, артабан иҫкəртеү буйынса төҙəтел-мəһə штраф һалабыҙ. Шуға күрə бы-ның тураһында онотмаһындар ине, законды боҙмаһындар ине. Күршелəр менəн кəртəлəргə бəйле ялыуҙар ҙа күп, ерҙе үлсəй торған технология-лар ярҙамында улар хəҙер еңел хəл ителə. Əгəр ҙə сиктəр боҙолған булһа, бер-нисə көн эсендə кəртəлəрҙе шыл-дырып ҡуйырға тейеш була. Яңы йыл-дан быға бəйле һорауға етди, ныҡлап тотонасаҡбыҙ, тикшереүҙəр ҙə күбəй-əсəк шуға күрə хоҡуҡҡа ҡаршы бар-маҫҡа, төҙөлөш эштəрен алып барған-да ла тейешле урын ҡалдырып эш итергə кəңəш итер инем.

- Ҙур рəхмəт, Юлиə Ришат ҡыҙы. Күп аңлашылмаулыҡтарҙы асып һалдығыҙ. Эштəрегеҙҙə уңыштар телəйбеҙ.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей