Үҙеңдеке - үҙеңдеке инде

Картуфты икенсе икмəк, тиҙəр. Шулай ҙа уны күптəр хəҙер ултыртмай башланы - файҙаһы юҡ, магазиндан алһаң, күпкə отошлораҡ. Ерен һөрҙөр, тырмат, һуҡала, йəй буйы ҡара - ута, ҡортон сүплə, берəҙəк малды ҡыу... Был эштəрҙең һəр береһе аҡса һəм нервы, тип ҡысҡырып тора. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, сəскəн кеше бар əле, ни генə тимə, үҙеңдеке - үҙеңдеке инде. Күмертауҙа йəшəгəн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рəшит Абдрахман улы Бəширов та йыл да картуф сəсə. Ер эшен белəм инде, тип ҡурҡып ултырмай. Булышам, тип торған кеше барҙа ниңə сəсмəҫкə. Уға ҡала волонтерҙары ярҙам итə. Сəсешə, ҡаҙыша. Быйыл да йəш-елкенсəк, көрəктəрен тотоп, бабайҙың янына килгəн. Картуфты һəғəт тə ултыртҡандар, аҙаҡҡы орлоҡто ергə төшөрөүҙəре булған, ямғыр һибəлəп тə ебəргəн. Быны һəйбəт ишара тигəндəр, тимəк, уңыш һəйбəт була.

М. ИЛЬЯСОВ 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей