«Үҙең тураһында иҫтәлек ҡалдырырға теләһәң - ағас ултырт»

«Үҙең тураһында иҫтәлек ҡалдырырға теләһәң - ағас ултырт», ти халыҡ мәҡәле. 1 май көнө Республика «Йәшел Башҡортостан» акцияһына ҡушылып Бигәнәй ауылында йәшәүсе Гөлнара һәм Илшат Арыҫлановтар ғаиләһе 100 төп ағас ултыртты. Ғаилә башлығы Илшат Арыҫланов электән ултыртылған ағас араларын үҙенең шәхси тракторы менән тырматып сыҡты.Изге Рамаҙан айында ҡылған матур эштәрегеҙ уҙегезгә сауап булып ҡайтһын. Ҙур рәхмәт һеҙгә ауылдаштар!
.Кадир Халиков

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей