ҮҘЕН АЯМАЙ

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыл- лығы уңайынан, һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын, атайымды иҫкə алам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым 79 йəшендə 1992 йылда вафат булды, əммə беҙ уның балалары, ейəндəре, бүлəлəре яҡты иҫтəлеген
бөгөн дə онотмай, йөрəге-беҙҙə һаҡлайбыҙ.Минең атайым Исмəғилов Фəтҡлислам Фəхрислам улы 1913 йылдың 26 июлендə Таймаҫ ауылында
донъяға килə. 1918 йылдың август айында уның атаһы Фəхрислам, Таймаҫ улусының беренсе рəйесе, ҡыҙыл гвардия отряды командиры атаман Дутов-
тың казактары тарафынан язалап үлтерелə, ə əсəһе Шəмсиямал иренең үлемен күтəрə алмай йөрəге ярылып үлə. Шулай итеп, 5 йəшлек Фəтҡлислам һəм
бер йəшлек һеңлеһе Һəҙиə дөмə йəтим ҡалалар. 14 йəшендə атайыбыҙ Йылайырҙағы ФЗО-ны уҡып бөтə. 1933 йылда əсəйебеҙгə өйлəнə. Ауыл
советы рəйесе урынбаҫары, юл мастеры, магазин мөдире вазифаларында эшлəй. Таймаҫ ауылында тəүге урта мəктəпте асыу эшендə лə бик күп көс
һала. Шулай матур ғына тормош көтə башлағанда, һуғыш башланып китə. Əлбиттə, ул тəүге көндəн үк үҙ ирке менəн һуғышҡа ебəреүҙəрен һорап военко-
матҡа мөрəжəғəт итə. Уға, үҙ ирке менəн һуғышҡа барырға телəүселəр өсөн айырым башҡорт дивизияһы төҙөлəсəк, шунда ебəрергə саҡырырбыҙ тиҙəр.
1941 йылдың аҙағында уны Башҡорт атлы дивизияһының 275-се полкына “Максим” пулемет расчеты командиры итеп һуғышҡа алалар. Немец фаши-
старына ҡаршы барған һуғыштарҙа атайыбыҙ үҙен аямай. 7 тапҡыр яралана, дүртеһе ҡаты яра була. Ə шулай ҙа, төҙəлеү ваҡытынан һуң ял тəҡдим
итһəлəр ҙə, отпуск алмай. 1944 йылдың апрель айында Белоруссия өсөн барған алыш атайыбыҙ өсөн һуңғыһы була. Бомба ташлау ваҡытында уның
взводы йəшенгəн блиндаждың тап өҫтөнə бомба төшə. Взводтан ул бер үҙе генə тере ҡала, шартлау тулҡынынан ике ҡолағында мембраналары йыртыла,
башына төшкəн блиндаж бүрəнəлəренəн аңын юғалта. “Иҫемə килгəндə, ике ҡолағымдан ҡан аға ине əле”, - тип иҫенə төшөрə торғайны атайым. Бомба төшкəн блиндаждарҙа тере ҡалғандарҙы осратҡаныбыҙ юҡ ине əле, тип уның иҫəн ҡалыуына санбатта ныҡ а п т ы р а ғ а н д а р .
Аҙаҡ госпиталдəн ғүмерлек инвалид мөһөрө һуғылған ҡағыҙ менəн тыуған яҡтарға юл тотҡан атайыбыҙ. Өс йыл Башҡортостандың госпиталь һəм дауаха-
налары тупһаһын тапап, 1947 йылда ул 1-се төркөм инвалидлыҡ б е л е ш м ə һ е н ала. “Хəлемдəн килмəй”, тип торманы, почтальон булып эшкə
тотондо, ауыл эштəрен башҡарҙы, мал ҡараны. Беҙҙең ишек алды ялт итеп торҙо, өйөбөҙ ҙə кешелəрҙекенəн кəм булманы.
Балаларын уҡытырға тырышты. Аллаға шөкөр, дүртебеҙ ҙə белем алып, юғары вазифаларҙа эшлəнек. Əле атайым иҫəн булһа, ҡыуанып ултырыр ине, барлыҡ 10 ейəн-ейəнсəрҙəре лə юғары белемлелəр. Өйлəнешеп, кейəүгə сығып матур итеп донъя көтəлəр. Ике бүлəсəһе лə гимназияны алтын миҙалға тамамлап, КФУ-ла уҡып йөрөйҙəр. Ауылда уның һымаҡ бер инвалид та булмағандыр. Ул бер ваҡытта ла ауыл, район советтарына барып
һоранып йөрөмəне. Бушҡа бирелəһе автомобилде лə үҙ аҡсаһына һатып алды. Атайыбыҙ 1992 йылдың
26 ноябрендə мəрхүм булды. Тормошта яҡты эҙ ҡалдырған, еңеү өсөн фронтта ла, тылда ла хəленəн килгəндең барыһын да эшлəгəн атайым – Фəтҡлислам
Фəхрислам улы Исмəғилов менəн ғорурланабыҙ, уның хаҡында күңелдəрҙə тик матур хəтирəлəр генə һаҡланыр.
Зəлифə ИСМƏҒИЛОВА

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей