“ҮҘЕБЕҘҘЕҢ ЯҠТАН МАТУР ЕРҘЕ ТАПМАНЫМ”

Хаҡлы ялда булһа ла, тормоштан артта ҡалмай, интернет селтәрҙәрендә – “Бәйләнештә”, “Класташтар”ҙа аралашып, районкаға, “Чудеса и приключения” журналына йыл да ҡалдырмай яҙылып торған, донъя яңылыҡтары менән хәбәрҙар булып йәшәгән Луиза Барый ҡыҙы Ишина менән аралашыуы еңел һәм рәхәт, ул һәр бер теманы яҡтыртырға әҙер. Үҙе тураһында гәзиткә яҙырға теләүебеҙҙе алдан әйткәс, бер тәүлектә һеҙ минең бөтә тормошомдо яңынан байҡап сығарттығыҙ, тип ҡуйҙы. Уның тормош юлын оҙатып барған иҫтәлектәр фотоларҙа, хаттарҙа һаҡланған, һәр береһе матурлап, тәҫләп һалынған, һәр әйберҙең үҙ урыны. Бөйөк Еңеүҙең 20 йыллығына арналған миҙалын, халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса бирелгән миҙал-грамоталар бигерәк тә ҡәҙерле уға.

1963 йылда Иҫәнғол урта мәктәбен тамамлаған ҡыҙ, күп уйлап тормай, әхирәттәре менән Новотроицк ҡалаһына төҙөлөшкә килә. Унда Орскиҙағы парашютсылар мәктәбенә йөрөйҙәр. Шул ваҡытта, моғайын, унда һәм әхирәттәрендә әрме хеҙмәтенә барыу теләге уянғандыр. 1965 йылда уны Бакуға ракета-техник дивизияһына ебәрәләр. Һәм ошонда үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Саратов егете Иван Иванович менән 1966 йылдың 20 мартында ЗАГС-ҡа барып яҙылышалар ҙа йәшәп тә китәләр. Декабрҙә Луиза апай яғына киләләр, Иван ағай беҙҙең яҡты оҡшата һәм ошонда төпләнеп ҡалалар.

Ә хеҙмәт юлына килгәндә, Луиза Барый ҡыҙы статистика бүлегенә эшкә урынлашыуын да үҙенә күрә бер ҡыҙыҡ ҡына ваҡиға кеүек иҫкә ала. 1967 йыл. Улы биш айлыҡ. Заманы шундай – эшкә сығырға кәрәк. Ә яслела урын юҡ. Эшкә алмайҙар. Ни эшләргә тигән һорау алдында ҡала йәш әсә. Ә Луиза апай гәзиткә шиғырҙар яҙа, унда эшләгәндәр менән үҙ кешегә әйләнеп киткән була. Редакцияла ваҡытлыса машинистка урыны килеп сыға. Уға хеҙмәткәрҙәр Люциә һәм Римма апайҙар өйрәнә торорға тип машинка килтереп китә. Уйламағанда, тағы ла ваҡытлыса статистикала урын килеп сыға. Иртән Дәүләт статистикаһы инспектураһына эшкә бара, төштән һуң редакцияға саҡыралар. Ул күңеленә яҡынырағын – ғүмеренә етерлек һөнәрен һайлай һәм үкенмәй. Вадимына яслела урын да (ваҡытлыса булһа ла) килеп сыға. Йәш әсәләр балаларын яслегә барып имеҙеп йөрөгәндәр.

“Һәйбәт коллективҡа килеп индем мин. Сөнки кем статистикала эшләй алмай, шунда уҡ эштән китә. Беҙҙең хеҙмәт баһалап бөткөһөҙ, һандар артында күпме кешенең эше тора. Бөтөн район буйынса агрономдар, бухгалтерҙар, зоотехниктар, инженерҙар – бөтәһе лә беҙҙең аша үттеләр. Дауахана, РОНО, райпо һәм башҡа ойошмаларҙың документацияһын беҙ эшкәртә инек, зарплата яҙа торғайныҡ. Беҙҙең филиалдар Инәктә, Йылайырҙа, Овцеводта (Иҙелбәктә) булды, Төйлөгән, Мәҡсүткә лә документтар алып бара торғайныҡ”, – тип бәйән итә Луиза Барый ҡыҙы.

1974 йылда мәғлүмәт-иҫәпләү станцияһы ойошторола, уның етәксеһе итеп А. Байгилдинды ҡуялар, ә Рафаэль Абдуллович уның урынбаҫары була.

Һәйбәт механик егеттәр эшләнеләр беҙҙә – Алик Аҡсурин, Валера Әминев, Александр Тимофеев. Улар ҙа Мәскәү өлкәһендә курс үтеп ҡайттылар. Ә беҙҙең ойошманы ҡайҙа ғына күсереп йөрөтмәнеләр. Идаралыҡта ла, почтала ла һ.б... 1987 йылда Рафаэль Абдулла улын Сәғитовты эшкә сельсоветҡа саҡырғас, мин уның урынына начальник булып ҡалдым. Ул ваҡытта беҙгә Благоварҙан “Москвич” машинаһын ҡыуып алып ҡайттылар. Ҡойолорға ғына торған бер техника инде, шуны механиктар водитель менән бергә йөрөрлөк хәлгә килтерҙеләр. Ә водитель булып һуғыш ветераны Фәтхулла Түләбаев эшләне. Шул тиклем һоҡланғыс, ихлас күңелле кеше. Механиктарҙан күп нәмә тора, мәҫәлән, Төйлөгәндә машина ватылһа, йәһәтләп төҙәтергә кәрәк, сөнки оператор көтөп ултыра, – ҡыҙыҡ та, мәшәҡәтле лә хеҙмәт осоро тураһында мауығып һөйләүен дауам итә Луиза Ишина.
Эштәре уларҙан ғына тормай, ял-байрамһыҙ, ҡайһы берҙәре хатта төндәрен дә эшләргә тура килә. Ваҡытында отчет алып килеп тапшырырға кәрәк, улар бит бөтә районды хеҙмәтләндерә. Телефон бәйләнешен һәйбәт булыуы ла кәрәк. Почта хеҙмәткәрҙәре менән килешеп эшләйҙәр. Улар, ҡулдарынан килгәнсә, бәйләнеш булдырырға тырыша.

Тормош булғас, төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр була: “Беҙ эштән ҡайтып, балаларҙы ашатып, урынлаштырып кире эшкә киләбеҙ. Шулай бер хеҙмәткәребеҙ – Рәйсә Йәноҙаҡова – эшкә кире килмәне лә ҡуйҙы. Ире ике балаһы менән кладовкаға бикләгән дә ҡуйған. Бер уйлаһаң, эш көнө бөткән, ә Байгилдин минән һорай, ҡайҙа ул тип. Аңлатһам, ышанмайҙар, һин гел шулай хеҙмәткәрҙәрҙе яҡлайһың, тип миңә әйтәләр. Тағы бына бер ҡыҙыҡ хәл: шул уҡ Рәйсә ауырыған кесе малайын алып эшкә килгән. Малайының эсе ауырта, Рәйсә отчет йыйып өлгөрә алмай, ә Михаил Григорьевич Мазин килеп отчет һорай. Ҡыҙыҡ күренеш: Рәйсә отчет йыя, ә Михаил Григорьевич тәҙрә төбөндә коляска бәүетеп тора”.

Эшләгән осоронда квалификацияһын үҫтереү курстарына йөрөргә тура килә. Бигерәк тә Киевҡа барғанын яҡты кисерештәр менән иҫкә ала. Шунда беренсе тапҡыр каштан ағасының сәскә атыуын күрә. Ҡайҙа ғына барһа ла, ғаиләһенә, туғандарына, иптәштәренә, хеҙмәттәштәренә күпләп кейемдәр алып ҡайтып һөйөндөрә.

1987 йылдан 1997-гә тиклем ул булдыҡлы етәксе булыу менән бергә, бәйләм бәйләү оҫтаһы булараҡ та дан алған. 2004 йылда районда шәлселәрҙең район бәйгеһендә беренсе урын алғас, Өфөгә саҡыралар. Унан инде Мәскәүгә юл тота. Шулай итеп башҡорт шәлселәренең данын илебеҙ баш ҡалаһында ла танытып ҡайта. Шәл-косынкаларҙы ул тик заказ буйынса ғына бәйләгән. Әле бәйләм менән булышмай. Шәл бәйләүен һорап илдең төрлө мөйөштәренән яҙылған хаттарҙы ул әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Бөтөнләй таныш булмаған кешеләр ҙә яҙған уға. Кемгәлер бәләкәй, кемгәлер уртаса кәрәк, ә берәү хатта одеял кеүек ҙур булһын тип заказ биргәйне, ти Луиза апай.

Алдан әйтеүемсә, уларҙың ғаиләһе – интернационал. Рус класында уҡыһа ла, матур итеп башҡортса ла уҡый белә Луиза Барый ҡыҙы. Уларҙан күрептер инде, улдары Вадимдың ғаиләһе лә ҡатнаш милләтле, уның ҡатыны корея ҡыҙы. Миәстә геология буйынса уҡып сыҡҡас, уларҙы Хабаровскиға эшкә ебәрәләр, Тында төпләнәләр. Ейәнсәрҙәре Вероника һәм Ирина шулай уҡ корея егеттәренә кейәүгә сығып, әлеге ваҡытта Көньяҡ Кореяла йәшәйҙәр. Бәләкәй саҡтарында йәйҙәрен йыш ҡайтып йөрөһәләр ҙә, хәҙер бик ҡайтыу эләкмәй уларға. Шулай ҙа араларҙы яҡынайтыусы әл дә интернет селтәре бар, күрешкән кеүек булаһың, ти Ишиндар.

Хаҡлы ялда булһалар ҙа, улар тик кенә ятмайҙар: Арҡайымға, Ғәҙелша шарлауығын барып күргәндәр, Ирәмәлгә лә күтәрелгәндәр. “Шулай ҙа, ҡайҙа ғына булһам да, үҙебеҙҙең яҡтан матур ерҙе тапманым”, – ти Луиза апай.

Уларҙың ҡотло өйҙәрендә изге китап – Ҡөрән янында Библия ла урын тапҡан. Инде 53 йыл бергә ғүмер кисергән Ишиндар, икеһе ике диндән булһалар ҙа, ике яҡтың да динен хөрмәт итеп, бер-береһенә булған мөхәббәттәрен һүрелтмәй йәшәйҙәр. “Динебеҙ төрлө булһа ла, мөхәббәтебеҙ бер”, – ти Луиза апай тормош иптәшенә һыйынып.

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей