Үҙ ҡулдары менән төҙөгән бәхет

Ҡалабыҙҙа йәшәгән, сығыштары менән Ейәнсура районынан Роза апай менән Зәки ағай Йәнбулатовтар менән танышырға тура килде. Уларҙың ҡулға-ҡул тотоношоп йәшәүҙәренә 50 йылдан ашыу. Танышыу тарихтары ла үҙенсәлекле уларҙың: Байыш урта мәктәбен бөтөрөп, ауылда көтөүсе булып эшләгән 18 йәшлек егеттең (һыйыр, кәзә ҡыуалап йөрөүсе тип кенә уйлай күрмәгеҙ, гармунда, ҡурайҙа оҫта уйнаған, колхоз йыйылыштарында әүҙем сығыш яһаған, баҫҡанында ут сығарып торған мәле ул!) ауыл мәктәбенә математика уҡытырға килгән Розаға күҙе төшә, ҡыҙҙың үҙенән өс йәшкә ҙурыраҡ булыуы ла мөхәббәткә кәртә була алмай.

1967 йылда Киров исемендәге колхозда комсомол ойошмаһы секретары, клуб мөдире булып эшләгән, йәйен - мотоциклда, ҡышын - күҙҙең яуын алырлыҡ кашауайлы атта елдергән Зәки ағай уның күңелен яулай:  әллә ни оҙаҡҡа ҡалдырмай, туй үткәреп ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ғаилә йәме - балалар. Йәнбулатовтар Эльвира, Әлфиә, Альбина исемле ҡыҙҙар тәрбиәләп үҫтергән.

Ауылда йәшәүе еңел булмағандыр, тип уйлайым. Тырышһаң - барыһы ла була, тик иртә таңдан йәһәт кенә тора һалып, бар эшеңде барларға, үтәлмәгәндәренең осона сығырға тырышырға кәрәк. “Ауыл көтөүе көткән эш хаҡы өсөн, кемдер кәзә, кемдер быҙау менән иҫәпләште. Шул йылды мотоцикл да алып ебәрҙек”, - ти ғаилә башлығы. “Кәзә аҫраныҡ, 40 башҡа еткергән ваҡыт та булды”, - тип һүҙгә ҡушыла Роза Ғәббәс ҡыҙы. Малҡайҙарҙың мамығын тарау, уларға бесән сабыуҙы үҙ өҫтөнә алған Зәки ағай. Шәл бәйләүҙә лә үҙ өлөшөн индергән: әлеге лә баяғы ауыл халҡының әсе теленән йәшеренеп, төпкө бүлмәлә генә дебет тетеп, иләп, сиратып ярҙам иткән, ҡатыны шәл бәйләгән. 4-се кластан уҡ ҡулдарына күҙ эйәрмәҫлек итеп ситтәрен бәйләргә өйрәнгән Роза апай ай һайын берәр шәл өлгөртөп торған. “1981 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусының эш хаҡы - 80 һум булһа, ә бер шәлде 120 һумға “осорорға” була ине”, - тип иҫләй ул.

 “ Комсомол ойошмаһы секретары булараҡ - 45 һум, ярты ставка клуб мөдире вазифаһы өсөн 18 һум эш хаҡы ала торғайным. Киров  исемендәге колхоз күрше Ейәнсура совхозына ҡушылғас,  хужалыҡ директоры Иван Никитович Журавлев Өфөгә махсус белем талап иткән өс айлыҡ курсҡа уҡырға ебәрҙе. Ошо осорҙа Сибай ауыл хужалығы техникумында ситтән тороп белем алдым”, - ти ғаилә башлығы.

Зәки ағай заманында йорттар ҙа төҙөгән, фермерлыҡ менән дә шөғөлләнгән, магазин да асҡан, 25 гектар ерҙә иген дә үҫтергән, баш агроном да булған, мәҙәниәт өлкәһендә лә эшләгән. Тыйнаҡ хужа Иҙелбәктә совхоз директоры,  Иҫәнғолда һөт заводы директоры вазифаһын да атҡара.

Йәнбулатовтар 2014 йылда Мәләүезгә күсеп килә, заманса уңайлыҡтар менән үҙҙәре һалған йортта йәшәй. Өйҙөң, ихата-ҡаралтыларҙың тәртип менән урынлаштырылыуы, ҡайҙа ҡарама бөхтәлек һәм таҙалыҡ булыуы уларҙың донъяһын ҡотло иткән.

Ғаилә башлығы Зәки Муллағәли улы үҙ донъяларын ҡорған балаларына сабырлыҡ, итәғәтлек, ир-егеттәргә хас һалҡын ҡанлылыҡ, ҡатын-ҡыҙға хөрмәт менән ҡарау өлгөһө булып тора.  Роза апай иһә ҡатын-ҡыҙға хас тәрән аҡылы һәм эскерһеҙлеге менән өй ҡотон һаҡлай. Балалары ата-әсәһенән, ата-әсәһе балаларынан уңған был ғаиләгә күҙҙәр теймәһен.

Әҡлимә ИМАМОВА.

Фотола: Бер-береһе өсөн йән атып тора Йәнбулатовтар.

Автор фотоһы.

 

Фотографии: 

Подписаться на ежедневную подборку новостей